Халыҡ мәнфәғәтен яҡлап

Халыҡ мәнфәғәтен яҡлап https://bash.news/news/86708_xaly_mnften_yalap
21 дек 2018, 21:25

Бөгөн Өфөлә Башҡортостандың йәмәғәт палатаһы бер йыллыҡ эшмәкәрлегенә йомғаҡ яһаны. Быйыл "Ҡала мөхите" һәм "Урындағы башланғыстарҙы яҡлау" программаларын тормошҡа ашырыу буйынса әүҙем эш алып барылған. Күп ҡатлы йорттарҙа капиталь ремонт ойоштороу, спорт майҙансыҡтарын булдырыу - йәмғиәтте борсоған мәсьәләләр хәл ителеше контролдә тотола.

Түңәрәк өҫтәл сиктәрендә "Иң яҡшыһы - балаларға" Бөтә Рәсәй социаль инновациялар һәм хеҙмәтләндереү сифаты конкурсы еңеүселәре билдәләнде. Граждандар йәмғиәте формалашыуы һәм үҫеше проблемаларын әүҙем яҡтыртҡан журналистар бүләкләнде.

Айгөл Моратова, Башҡортостан йәмәғәт палатаһы ағзаһы, Әхмәтзәки Вәлиди исемендәге Милли китапхана директоры: “Башҡортостан йәмәғәт палатаһы 2009 йылдан бирле эшләй. Райондарҙа актив эшләйбеҙ. Дөйөм маҡсат – халыҡҡа ярҙам итеү”.

Автор: Гөлназ Хәйбуллина.

Халыҡ мәнфәғәтен яҡлап

  • БСТ
БСТ
Новости партнеров
Минземимущество
Дневник Международных детских Игр
Акции и скидки в кинотеатре Синема 5 г. Уфа