Республика шыршы байрамы Башҡортостандың иң һәләтле, тырыш балаларын берләштерҙе

Республика шыршы байрамы Башҡортостандың иң һәләтле, тырыш балаларын берләштерҙе https://bash.news/news/86712_respublika_shyrshy_bajramy_bashortostandy_i_ltle_tyrysh_balalaryn_berlshtere
21 дек 2018, 21:36

780 мәктәп уҡыусылары араһында күп балалы, аҙ тәьмин ителгән, балалар йорто тәрбиәләнеүселәре лә бар. Йыл дауамында күрһәткән яҡшы һөҙөмтәләре өсөн уларға Башҡортостан дәүләт концерт залында Ҡыш бабай, Ҡарһылыу һәм әкиәт геройҙары ҡатнашлығында ҙур байрам ойошторолдо.

Күсмә театр. Баймаҡ районынан килгән команда тураһында шулай тип әйтергә мөмкин. Сөнки 13 бала- уҡыу алдынғылары ғына түгел, ә йыр-бейеү, музыка ҡоралдары оҫтаһы. Береһе ҡурайҙа һыҙҙырып, икенселәре йырлап, бейеп, шунда уҡ шыршы байрамында үҙ тамашасыһын йыйҙы.

Малик Вәлиев, шыршы байрамында ҡатнашыусы: “Ҡурайҙа уйнайым, отличникмын. Бөгөнгө Шыршы байрамында “Байыҡ” көйөн уйнайым”.

Мәктәп формаһы урынына ҡыҙҙар матур күлдәктәрен кейгән, егеттәр төрлө битлектәрҙә. Республиканың иң һәләтле балалары бер майҙанға йыйылды. Әммә бөгөн улар үҙ-ара бер ниндәй ҙә ҡыҙыу бәйге, олимпиада, ярышта көс һынашмай, ә ҡулға-ҡул тотоношоп, киләһе йылға яңы уңыш-ҡаҙаныштарға ирешеү өсөн көс-дәрт йыя.

Төп шыршы байрамына быйыл 780 уҡыусы килде. Улар араһында күп балалы, аҙ тәьмин ителгән ғаиләләрҙән, приютта тәрбиәләнеүселәр, йөҙгә яҡын мөмкинлектәре сикләнгән балалар килде. Байрамдың төп ҡунаҡтары Ҡыш бабай менән Ҡарһылыу, әкиәт геройҙары уларға фойела күңелле тамаша ойошторҙо.

Уҡыу алдынғыларының уңышына икеләтә һөйөнгән етәкселәрҙе аңларға була. Балаларҙы төрлө яҡтан үҫтереү өсөн түңәрәктәр, синыф сәғәттәре ҙур роль уйнай.

Байрам бай программалы, артабан ҡыҙҙар-малайҙарҙы тағы ла ҡыҙыҡлы тамаша көтә ине.

Шулай уҡ Башҡортостан уҡыусыларының бер төркөмө тиҙҙән Мәскәүгә сәфәргә юлланасаҡ. Кремлдәге шыршы байрамы 26 декабргә тәғәйенләнгән. 114 уҡыусы 28 педагог оҙатыуында илдең төп шыршы байрамында ҡатнашасаҡ.

Автор: Фәниә Юланова.

Республика шыршы байрамы Башҡортостандың иң һәләтле, тырыш балаларын берләштерҙе

  • БСТ
БСТ
Новости партнеров
Минземимущество
Дневник Международных детских Игр
Когда отремонтирую ваш подъезд