Рух ҡошо

Рух ҡошо https://bash.news/news/86713_rux_osho
21 дек 2018, 21:41

БСТ телеканалында башланған «Йөрәк һүҙе» телевизион проекты райондарға төрлө конкурстар булып таралды. Баймаҡ телевидениеһы эфирында ла йыл дауамында «Рух ҡошо» проекты барҙы, һунынан ул тауыш биреү өсөн интернет селтәренә сығарылды. Ошо көндәрҙә «Рух ҡошо»на йомғаҡ яһалып, енеүселәр билдәләнде.

Проектта бөтәһе 67 шиғри күңелле яҡташыбыҙ яңғыҙы ла, парлы ла, хатта трио ла сығыш яһаны. Бәйгенең үҙенсәлеге шунда - уның катнашыусылары профессиональ артистар түгел, ә ябай хеҙмәт кешеләре ине. Артабан киләһе яҙмала.

“Күбәләк” балалар баҡсаһының өлкән ашнаҡсыһы Гөлдәр Сыңғыҙова - Таулыҡай ауылынан. 2010 йылда тәүге шиғырын яҙған. Ғөмүмән, үҙе өсөн генә ижад итә. Ябай ашнаҡсы булып эшләһә лә, унын шиғырҙарын баһалама ағзалары ла, интернет тауыш биреүҙәр ҙә юғары баһаланы.

Гөлдәр Сыңғыҙова, "Рух ҡошо" проекты дипломанты: “Ике ҡыҙыма арнап, эштәге ҡыҙҙарға арнаған шиғырҙарым бар”.

Шиғриәт байрамында авторҙар ижады һәм Баймаҡ районынан сыҡҡан яҡташ шағирҙарҙын шиғырҙары янғыраны. Башҡортостандың халыҡ шағиры Абдулхаҡ Игебаев, Аҫылғужа Баһуманов, Рәйес Түләктең туғандары шиғыр һөйләүселәргә бүләктәр әҙерләне. Шулай уҡ шағир Илгиз Ишбулатов, Урал Мостафин уҡыусыларға иҫтәлекле бүләктәр ебәргәйне. Ә Әхмәр Үтәбай үҙенең шиғырын һөйләүселәргә генә түгел, «Ағиҙел» журналына әүҙем яҙҙырыусыларға ла шәп бүләктәр тапшырҙы. Байрамда туған телгә, уҡытыусыларға һәм әсәйҙәргә мәдхиә йырланды.

Гран-при яулаусы егеттәр Айбулат һәм Заһит Ғүмәровтар шағирә Фирүзә Абдуллинаға махсус рәүештә мөрәжәғәт итеп әсәйҙәренә арнап шиғыр яҙҙырта. Ҡырмыҫҡалы районы Иҫке Бәпес ауылынан килеп еткән Фирүзә Абдуллина ла ошо бәйгенең почетлы ҡунағы булды.

Фирүзә Абдуллина, шағирә: “Олоһо ла, кесеһе лә берҙәй матур шиғыр һөйләй. Телгә булған һөйөүен күрһәттеләр”.

Шағирә Лилиә Ҡәйепова ла шиғырҙарын ошо проектта яңғыратыусыларға бүләк кенә биреп ҡалманы, хатта «Рух ҡошо»на арнап шиғыр ҙа яҙған ине!

БДУ-ның Сибай интституты «Милли традицияларҙы яҡлағаны һәм һаҡлағаны өсөн» номинацияһында Йәнгүзәл Зәйнуллинаға Диплом һәм иҫтәлекле бүләк бирһә, ә Сибай яҙыусылары Әминә Яхина, Насип Һаҡмаров, актриса Зифа Баязитова «Өмөт» номинацияһында еңеүсе бер төркөм уҡыусыны бүләкләне.

“Рух ҡошо” проектының икенсе туры - интернет-тауыш биреүҙәр шул тиклем ҡыҙыу барҙы. Бында ҡатнашыусыларҙың яҡындары, дуҫтары барыһы ла еңеүселәр өсөн тауышын йәлләмәне. Иң күп тауыш йыйып Таулыҡай ауылы егете Илназ Исхаҡов “Халыҡ һөйөүе” номинацияһын яуланы.

Ғөмүмән, бер ҡатнашыусы ла дипломһыҙ һәм бүләкһеҙ ҡалманы. Ҡатнашыусылар араһында йырсы, бейеүселәрҙең дәртле, шәп сығыштары былай ҙа матур кисәне тағы ла йәмләп ебәрҙе.

Автор: Айгөл Иҙелбаева.

Рух ҡошо

  • БСТ
БСТ
Новости партнеров
Минземимущество
Дневник Международных детских Игр
Когда отремонтирую ваш подъезд