Урал аръяғында техник ижад фестивале үтте

Урал аръяғында техник ижад фестивале үтте https://bash.news/news/86714_ural_aryaynda_texnik_izhad_festivale_tte
21 дек 2018, 21:43

Хәйбулла районы Бүребай ауылы мәктәбендә ойошторолған конкурста Ейәнсура, Баймаҡ, Йылайыр райондары мәғариф учреждениелары уҡыусылары конструктор йыйыу серҙәре менән уртаҡлашты.

Роботтар ябай моделдәрҙән алып ҡатмарлыларына тиклем төҙөлдө. Сараны ойоштороусылар махсус секцияларҙа шөғөлләнеүсе үҫмерҙәрҙең техник фекерләү ҡеүәһен юғары баһаланы.

Фестиваль сиктәрендә ижади эштәр күргәҙмәһе асылды, унда балаларын конструкторлауға ылыҡтырыусы өлгөлө ғаиләләрҙең фотоһүрәттәре лә ҡуйылғайны. Әйткәндәй, Хәйбулла районы мәктәпкәсә белем биреү системаһында инновация технологияларын индереү буйынса лидерҙар рәтендә.

Автор: Гөлназ хәйбуллина.

Урал аръяғында техник ижад фестивале үтте

  • БСТ
БСТ
Новости партнеров
Курай даны
Минземимущество