Күп балалы ғаиләләрҙең сүп ташыу һәм утилләштереүгә киткән сығымдары компенсацияланасаҡ

Күп балалы ғаиләләрҙең сүп ташыу һәм утилләштереүгә киткән сығымдары компенсацияланасаҡ https://bash.news/news/86726_kp_balaly_aillre_sp_tashyu_m_utillshtereg_kitkn_syymdary_kompensaciyalanasa/?lang=bash
21 дек 2018, 23:02

Был льготаға дүрт һәм унан да күберәк бәлиғ булмаған бала тәрбиәләүселәр дәғүә итә. Шулай уҡ Бөйөк Ватан һуғышы ветерандары, инвалидтар, тыл хеҙмәтсәндәре, ғөмүмән, социаль яҡтан мохтаждар өсөн дә ташламалар буласаҡ. Быға бәйле, бөгөн Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтайҙа түңәрәк өҫтәл ойошторолдо.

Депутаттар, төрлө ведомство вәкилдәре ҡатнашлығындағы эшлекле осрашыуҙа халыҡҡа торлаҡ-коммуналь түләүҙәр йәһәтенән матди ярҙам күрһәтеләсәге билдәләнде. Бының өсөн федераль һәм республика бюджетынан 7 миллиард 400 миллион һум аҡса бүлеү планлаштырыла.

Рөстәм Ишмөхәмәтов, Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтай рәйесе урынбаҫары: “Түңәрәк өҫтәлдә социаль ярҙам күрһәтеү һәм хоҡуҡи үҙгәрештәр тураһында һүҙ алып барабыҙ”.

Автор: Гөлназ Хәйбуллина.

Күп балалы ғаиләләрҙең сүп ташыу һәм утилләштереүгә киткән сығымдары компенсацияланасаҡ

  • БСТ
БСТ
Новости партнеров
Афиши территория роста