Ростислав Мырҙағолов Өфө футбол клубының попкчителдәр советы рәйесе булды

Ростислав Мырҙағолов Өфө футбол клубының попкчителдәр советы рәйесе булды https://bash.news/news/86727_rostislav_myraolov_f_futbol_klubyny_popkchiteldr_sovety_rjese_buldy
21 дек 2018, 23:03

"Башинформ" акционерҙар йәмғиәтенең директорҙар советы рәйесе Ростислав Мырҙағолов "Өфө" футбол клубының попечителдәр советы рәйесе итеп тәғәйенләнде. Попечителдәр органын булдырыу тураһында ҡарар 11 декабрҙә клубты үҫтереү мәсьәләләре буйынса эш кәңәшмәһендә ҡабул ителде.

"Өфө" футбол клубы" автономлы коммерция булмаған ойошма генераль директоры Шамил Ғәзизовҡа 2019 йылдың 31 ғинуарына тиклем попечителдәр советының эш планын һәм концепцияһын әҙерләү бурысы йөкмәтелде. Ул дәүләт органдары менән үҙ-ара эш итеү өсөн дә яуаплы. "Бөтә эште элеккесә клуб менеджменты алып бара. Сөнки ул миҙгелде 1 миллиард һумға 6-сы урында ябып, юғары эш һөҙөмтәлелеген раҫланы, ә 5-се урынды алған команда 11 миллиард тотондо", - тип билдәләне Ростислав Мырҙағолов.

Ростислав Мырҙағолов, "Башинформ" акционерҙар йәмғиәтенең директорҙар советы рәйесе, "Өфө" футбол клубының попечителдәр советы рәйесе: “Поставить задачу выйграть Чемпионать России еще рано. Будем воспитывать молодежь”.

Ростислав Мырҙағолов Өфө футбол клубының попкчителдәр советы рәйесе булды

  • БСТ
БСТ
Новости партнеров
Минземимущество
Дневник Международных детских Игр
Банер уфимская волна