Башҡортостанда "Матбуғат балы" премияһының төп номинацияһы еңеүсеһе - "Йыл журналисы" билдәләнде

Башҡортостанда "Матбуғат балы" премияһының төп номинацияһы еңеүсеһе - "Йыл журналисы" билдәләнде https://bash.news/news/86729_bashortostanda_matbuat_baly_premiyayny_tp_nominaciyay_eesee_jyl_zhurnalisy_bildlnde
21 дек 2018, 23:05

Юғары исемгә Гөлнур Ҡыуатоваға лайыҡ булды. "Йәшлек" гәзите хеҙмәткәре уҡыусыға шиғри ижады менән дә, мәҙәниәт, сәнғәт кешеләре тураһында һүрәтләмәләре, ауыл тормошо репортаждары менән таныш.

Республика матбуғаты, радио һәм телевидениеһы, интернет журналистарының быйылғы йыйыны "Торатау" Конгресс-холында үтте. Йыл да уҙған оло һәм сағыу сарала һөнәрҙәштәр йылды йомғаҡлап, киләсәккә бурыс-маҡсаттар ҡуйҙы. Осрашыуҙа журналистарҙы министрлыҡ һәм ведомство вәкилдәре, матбуғат хеҙмәттәре лә бүләкләне. Еңеүселәр ике этап һөҙөмтәләре буйынса баһаланды. Тәүҙә медиаөлкә хеҙмәткәрҙәре араһында онлайн тауыш биреү ойошторолдо һәм иң күп тауыш йыйған биш ҡатнашыусынан Эксперт советы еңеүсене һайлап алды.

Артур Дәүләтбәков, Башҡортостан журналистар союзы рәйесе: “Журналист һәр саҡ журналист булып ҡала. Ваҡыт үтеү менән талаптар ғына үҙгәрә. Бындай журналистарға һәр саҡ һорау буласаҡ”.

"Матбуғат балы"нда төрлө тармаҡ буйынса лауреаттар ҙа билдәләнде. Республика милли банкының махсус призына яңылыҡтар хеҙмәте хәбәрсеһе Рауил Ватолин лайыҡ булды. Тағы ла бер хеҙмәтешебеҙ Наил Юнысов "Мәҙәниәт һәм сәнғәт өлкәһе" номинацияһында диплом менән бүләкләнде.

Наил Юнысов, Башҡортостан юлдаш телевидениеһы алып барыусыһы: “Замана журналисы экрандан, йә гәзиттән генә сығыш яһарға тейеш түгел, интернетта ла әүҙем булырға тейеш”.

Автор: Илдар Байбулатов.

Башҡортостанда

  • БСТ
БСТ
Новости партнеров
Минземимущество
Дневник Международных детских Игр
Акции и скидки в кинотеатре Синема 5 г. Уфа