Бишбүләктәр Яңы йылды бөгөндән ҡаршы алырға әҙер

Бишбүләктәр Яңы йылды бөгөндән ҡаршы алырға әҙер https://bash.news/news/86730_bishblktr_yay_jyldy_bgndn_arshy_alyra_er/?lang=bash
21 дек 2018, 23:06

Райондың бөтә ауылдарында биҙәлгән шыршылар, йыһазландырылған боҙ майҙансыҡтары, гөрләп торған һырғалаҡтар. Әкиәт ҡаласығында күңел асҡан балалар һәм өлкәндәр беҙҙең ижади төркөм осрашты

Яңы йылға һанаулы ғына көндәр ҡалды. Һәр кем был мөғжизәле мәлде түҙемһеҙләнеп көтә. Михайловка ауылы халҡының кәйефе күтәренке - байрамды ҡаршы алырға әҙерлек тамамланған.

Биҙәлгән шыршы күҙ яуын алырҙай. Урындағы халыҡ ҡупшыҡай тирәләй әле үк күңел аса, фотоға төшә, уйындар уйнай. Һырғалаҡта шыуа. Балалар йортондағы малай-ҡыҙҙар үҙҙәренең учреждениеһы биҙәргә онотмай. Шыршылағы уйынсыҡтарҙы - ҡул эштәре һөҙөмтәһе.

Күңел асыусылар боҙ майҙансыҡтарынан тыш, һырғалаҡтарҙа ла күпләп йыйылды. Конькиҙа елдереүселәр араһында өлкәндәрҙәрҙе лә, кескәйҙәрҙе лә осратырға мөмкин.

Автор: Флорида Ким.

Бишбүләктәр Яңы йылды бөгөндән ҡаршы алырға әҙер

  • БСТ
БСТ
Новости партнеров
Афиши территория роста