Радий Хәбиров Мәскәүҙә Бөтә Рәсәй волейбол федерацияһының күҙәтеү советы ултырышында ҡатнашты

Радий Хәбиров Мәскәүҙә Бөтә Рәсәй волейбол федерацияһының күҙәтеү советы ултырышында ҡатнашты https://bash.news/news/86753_radij_xbirov_msk_bt_rsj_volejbol_federaciyayny_kte_sovety_ultyryshynda_atnashty
22 дек 2018, 19:56

Федерация Президенты Станислав Шевченко йыйылма командаларҙың быйылғы сығыштары тураһында отчет тәҡдим итте һәм 2019 йылдағы миҙгелгә әҙерлек барышы хаҡында һөйләне. Ултырышта ҡатнашыусылар Рәсәйҙе волейболды үҫтереүгә һәм популярлаштырыуға арналған көнүҙәк мәсьәләләр буйынса фекер алышты.

Башҡортостанға килгәндә, төбәктә 69 меңдән ашыу кеше профессиональ һәм үҙешмәкәр кимәлдә ошо спорт төрө менән шөғөлләнә. Биш команданы үҙ эсенән алған "Урал" волейбол клубы эшләп килә.

2018 йылда Өфөлә волейбол лигаһының өсөнсө туры сиктәрендә Рәсәй, Бразилия, Ҡытай һәм Ирандың йыйылма командалары ҡатнашҡан матчтар үтте.

Автор: Рәмзиә Кәримова.

Радий Хәбиров Мәскәүҙә Бөтә Рәсәй волейбол федерацияһының күҙәтеү советы ултырышында ҡатнашты

  • БСТ
БСТ
Новости партнеров
Курай даны
Минземимущество