Бөтә донъя башҡорттарының 5-се ҡоролтайы 2019 йылдың тәүге яртыһында үтеүе ихтимал

Бөтә донъя башҡорттарының 5-се ҡоролтайы 2019 йылдың тәүге яртыһында үтеүе ихтимал https://bash.news/news/86754_bt_donya_bashorttaryny_5se_oroltajy_2019_jyldy_tge_yartyynda_tee_ixtimal
22 дек 2018, 19:58

Был тәҡдим бөгөн Өфөлә ойошторолған түңәрәк өҫтәл барышында ҡаралды. Йыйылышта Санкт-Петербург, Мәскәү, Һарытау ҡалаларынан, Пермь, Ҡурған, Силәбе өлкәләре ҡоролтайҙары етәкселәре ҡатнашты.

Көн тәртибендә башҡорттар күпләп йәшәгән Рәсәй төбәктәрендә республиканың 100 йыллығына мәҙәни һәм мәғариф сараларын үткәреү, 2020 йылдағы Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыуға әҙерлек, ҡоролтайҙар эшмәкәрлеген заман талаптарына ярашлы үҙгәртеп ҡороу һәм башҡа мәсьәләләр күтәрелде.

Данир Ғәйнуллин, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитеты рәйесе: “Башҡорт халҡы ошондай ҙур йыйын менән үҙенең тарихи датаһын үткәрергә бурыслы. Был хаҡта бөтә донъяға билдәле булырға тейеш. Әммә байрам Өфө мәҙәниәт һарайҙары менән генә сикләнмәҫ, тип ышанабыҙ. Осрашыуҙа ҡоролтай ағзалары ҙур йыйынды Торатау итәгендә үткәреү яҡшыраҡ, тигән фекергә килде”.

Автор: Фәниә Юланова.

Бөтә донъя башҡорттарының 5-се ҡоролтайы 2019 йылдың тәүге яртыһында үтеүе ихтимал

  • БСТ
БСТ
Новости партнеров
Дополнительные выборы депутатов Государственного Собрания-Курултая Республики Башкортостан шестого созыва
Банер уфимская волна