Өфөлә төбәктең район һәм ҡала ветеринария станцияларына автомобилдәр тапшырылды

Өфөлә төбәктең район һәм ҡала ветеринария станцияларына автомобилдәр тапшырылды https://bash.news/news/86755_fl_tbkte_rajon_m_ala_veterinariya_stanciyalaryna_avtomobildr_tapshyryldy
22 дек 2018, 20:01

Белгестәр әйтеүенсә, әлегә тиклем ветеринария учреждениеларын махсус транспорт саралары һәм ҡорамалдар менән тәьмин итеү мәсьәләһе киҫкен торған. Тикшеренеүҙәр техниканың ярайһы туҙыуын күрһәткән. Бөгөн ветеринария инспекцияһы базаһы 92 машина менән тулыланды.

Автомобилдәр Башҡортостандың агросәнәғәт өлкәһенең үҫеше, ҙур малсылыҡ һәм ҡошсолоҡ комплекстарының тотороҡло эшенә ярҙам итер тип күҙаллана.

Азат Йыһаншин, Башҡортостандың ветеринария идаралығы етәксеһе: “Дарыуҙарҙы, вакцианаларҙы өшөтмәйенсә, яҡшы итеп ҡайтарып еткерһендәр”.

Бөтә автомобилдәр ветеринар ҡануниәт тарафынан ҡаралған сифатҡа ярашлы йыһазландырылған. Машинала санитар экспертиза, дезинфекция саралары уҙғарыу өсөн бөтә мөмкинлектәр бар. Дарыуҙарҙы ташыу өсөн һыуытҡыстар, күсмә лаборатория ветеринар ярҙамын күрһәтеүгә оперативлыҡ һәм сифат өҫтәйәсәк тип уртаҡлаша бүләкләнгән белгестәр.

Автор: Флорида Ким.

Өфөлә төбәктең район һәм ҡала ветеринария станцияларына автомобилдәр тапшырылды

  • БСТ
БСТ
Новости партнеров
Курай даны
Когда отремонтирую ваш подъезд