Мышыға яңы төйәк

Мышыға яңы төйәк https://bash.news/news/86756_myshya_yay_tjk
22 дек 2018, 20:05

Бүреләр тырнағынан иҫән ҡотолған мышы балаһы Ғафури районы Ибраһим ауылынан Кушнаренко районы Күләш күле янындағы айырыуса һаҡланған тәбиғәт биләмәләре дирекцияһы ҡарамағына тапшырылды. Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, мышы балаһы өс аҙна элек балыҡсы һәм егерҙәр ярҙамында ҡотҡарылғайны. Уны Килмөхәмәтовтар тәрбиәләп, ҡурсалап торҙо.

Егерҙәр януарҙы артабан да тәрбиәләү һәм дауалау һөҙөмтәле булһын өсөн Кушнаренко районына ҡырағай хайуандарҙы яҡлау һәм һаҡлау үҙәгенә күсерҙе. Мышы балаһын яңы төйәгенә беҙҙең ижади төркөм дә оҙатып барҙы.

Мышы балаһы үҙен ҡотҡарыусы Мансаф Килмөхәмәтовҡа бик тиҙ эйәләшкән. Өс аҙна эсендә ҡырағай мышы балаһы хәстәрлекле, изге күңелле хужалар ярҙамы менән нығынып, ашай башлаған. Ҡушаматы ла бар хәҙер. Малай. Килмөхәмәтовтар малайҙы бағып, даими хәстәрлек күреп торған.

Үткән килгәнебеҙҙә был мышы балаһының хәле бөтөнләй мөшкөл ине. Хәҙер ул үҙ аяҡтарында баҫып тора,кешеләрҙән бөтөнләй өркмәй.

Малай ҙа үҙен аҫрап, тәрбиәләп торған хужалары менән хушлашыу минуттарын ауыр кисерҙе. Мышы балаһын егерҙәр һәм хужа әкрен ген ыңғайлатып, махсус арбаға күсерҙе. Аяҡтары ауыртмаһын өсөн бесән түшәнеләр, ә арбаның өҫтө брезент менән ҡапланасаҡ. Бындай шарттарҙа мышы балаһы 200 cаҡрымдан ашыу юлды ла еңел үткәрәсәк.

Мышы балаһын ҡотҡарып, тәрбиәләп торған Килмөхәмәтовтар ғаиләһенә "Аҡккүл" дәүләт заказнигы дәүләт инспекторы яңы йыл күстәнәстәре лә тапшырҙы. Өс аҙна буйы ҡырағай йәнлекте йорт шарттарында аҫрап, тәрбиәләп, тейешле шарттар булдырғаны өсөн рәхмәт һүҙҙәрен еткерҙе.

Килмөхөмәтовтарҙың ғаилә ағзаһы кеүек булған мышы балаһы Күшнаренко районына Күләшкә, Ҡырағай хайуандарҙы ҡотҡарыу үҙәгенә юлланды. Ике сәғәттән ашыу сәфәрҙе мышы балаһы еңел кисерҙе. Бәләкәй йөрәге менән әллә күпме көсөргәшен үткәрергә өлгөргән Малайҙы бында күптән көткәндәр.

Малайға яңы мөхиткә өйрәнәһе, яңы дуҫтар табаһы бар. Малай башта бер ни тиклем ҡаршылашып торҙо, әммә һуңынан күнеп, яңы йортона табан атланы. Уны егерҙәр мул күстәнәстәр менән ҡаршыланы. Талсыҡҡан мышы балаһы имән япраҡтарын тәмләп ауыҙ итте.

Мөнир Иҙрисов, айырыуса һаҡланған тәбиғәт биләмәләре дирекцияһы белгесе: “Ашаған малда өмөт бар, тиҙәр. Артҡы аяғы йүнәлмәй, ғүмер буйына инвалид. Йәйгә тиклем ҡараясаҡбыҙ”.

Таһир Хисмәтуллин, "Аҡкүл" дәүләт заказнигы дәүләт инспекторы: “Вольерҙан йыраҡ китмәйәсәк. Ҡарап торасаҡбыҙ. Уға кеше ярҙамы кәрәк”.

Кушнаренко районында урынлашҡан ҡарағай йәнлектәрҙе ҡотҡарыу үҙәгендә малайға бөтә шарттарҙар ҙа булдырылған, уға аяғын дауалау өсөн махсус ветеринар ҙа тәғәйенләнәсәк. Яҙын ныҡлап аяҡҡа баҫҡас, Әлмира менән Мөнир Килмөхәмәтовтар уның янына мотлаҡ хәл белешергә килергә йыйына.

Автор: Гүзәл Борханова.

Мышыға яңы төйәк

  • БСТ
БСТ
Новости партнеров
Минземимущество