Ҡытай беҙҙең йөрәктәрҙә

Ҡытай беҙҙең йөрәктәрҙә https://bash.news/news/86759_ytaj_bee_jrktr
22 дек 2018, 20:12

Өфөлә Рөстәм Миңлекәевтың шәхси күргәҙмәһе асылды. Рәссам һөнәре буйынса хирург. Әммә сәнғәт һөйөүселәргә уның исеме яҡшы таныш. Рөстәм Шамил улы 18-се ҡала дауаханаһында эшләү менән бер рәттән 2013-2014 йылдарҙа ла үҙенең картиналарын тамашасы хөкөмөнә сығара.

Тәүгеләре "Асылыкүл", "Минең Азия" тип аталһа, сираттағыһы Ҡытайға бағышланған. Картиналарҙа сит илдә йәшәүсе халыҡтың көнкүреше, тәбиғәте, мөһабәт биналары һүрәтләнгән. Шуныһы ҡыҙыҡ, рәссам үҙе бер ваҡытта ла Ҡытайҙа булғаны юҡ. Әммә ҡыҙы ошо илдә уҡый, күп йылдар ағаһы сит илдә йәшәй.

Рөстәм Миңлекәев, Өфөнөң 18-се ҡала дауаханаһы хирургы, рәссам: “Төрлө китаптар уҡыйым, фильмдар ҡарайым. Хәҙер мәғлүмәткә ҡытлыҡ юҡ бит. Образдар, моғайын да, шулай тыуалыр. Әммә киләсәктә Ҡытайҙы барып күреү теләгем бар. Һүрәт төшөрөүгә килгәндә, был һәләт ағайымдан күскән тип уйлайым. Яратҡан шөғөлөм төп эшемдән ял итергә мөмкинлек бирә”.

Күргәҙмәгә рәссамдың 43 ижади эше тәҡдим ителгән. Экспозиция менән Рәсәй ҡытай-уйындарында ҡатнашыусылар ҙа яҡындан танышып сыҡҡан. Рөстәм Миңлекәевтың шәхси күргәҙмәһе 23 февралгә тиклем эшләй.

Гөлнара Юрина, күргәҙмәлә ҡатнашыусы: “Был күргәҙмә Рәсәй-ҡытай уйындарында ла мөһим роль уйнаны. Улар килеп ҡаранылар, һоҡландылар. Сөнки картиналарҙы хирург яҙһа ла, шул тиклем профессиональ кимәлдә эшләнгән”.

Автор: Фәниә Юланова.

Ҡытай беҙҙең йөрәктәрҙә

  • БСТ
БСТ
Новости партнеров
Курай даны
Когда отремонтирую ваш подъезд