Ябайлыҡта – бөйөклөк

Ябайлыҡта – бөйөклөк https://bash.news/news/86767_yabajlyta_bjklk
22 дек 2018, 21:58

Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтайға йыллыҡ мөрәжәғәтнамәһендә төп иғтибар ябай, бер үк ваҡытта республика йәшәйенә тос өлөш индергән хеҙмәтсәндәргә йүнәлтелде. Улар араһында табип, уҡытыусылар, төҙөүсе, комбайнсылар ҙа бар. Әбйәлил районынан ғына өс герой ҙур ҡунаҡ булараҡ саҡырылды. Һәр ҡайһыһы хаҡында айырым китап итеп баҫтырырлыҡ.

Ул хәлдән 19 йыл ваҡыт үткән. Әле лә йөрәк әрней. Ата-әсә һәм туғандары кинйә улдарын йыш иҫкә ала. Күҙ йәштәре аша... Ғәҙеллек һәм дөрөҫлөк өсөн көрәшкән Ринат Зәйнуллин бала-сағынан уҡ юрист булырға хыяллана. Әрмелә хеҙмәт итеп ҡайтҡас, уҡырға инеү маҡсатын ҡуя. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, улдары Чечен Республикаһында хәрби бурысын үтәгәндә батырҙарса һәләк була. Аяғы яраланған һалдат, һуғыш яланында дуҫтарын ҡотҡарырға теләп үҙен һәм боевиктарҙы граната менән шартлата. Өс көндән уға егерме йәш тулырға тейеш була.

Ғәлиә менән Самат Зәйнуллиндар республикала тәүгеләрҙән булып "Ата-әсә ҡаһарманлығы" миҙалы менән бүләкләнеүселәр. Награданың бер яғында илгә лайыҡлы ул-ҡыҙҙар тәрбиәләгән, барса халыҡҡа өлгө булған ғаилә булараҡ телгә алынһалар, икенсе яғында бала ҡайғыһы ята. Зәйнуллиндарҙың хәрби бурысын үтәгәндә һәләк булған кинйә улдары.

Ғәлиә Зәйнуллина, Йәлембәт ауылында йәшәүсе: “Көтә торған малайығыҙ булам тигәйне. Көтә инде, хөкүмәт ҡарай...”

Яңы йылда яңы йортта. Тәүге ҡунаҡтары, ғаиләне торлаҡлы иткән Илшат Ғилмановҡа балалар һәр саҡ шат. Урындағы эшҡыуар Солтановтар өсөн үҙе бер Ҡыш бабай. Һанаулы ваҡыт эсендә генә йорт һалып биргән кеше.

Илшат Ғилманова, эшҡыуар: “Өй еңел эшләнде, сөнки үҙем ағас менән эшләйем. Барлыҡ техникам, төҙөүсе егеттәрем бар. Ауыл халҡы ла яҡшы. Үтеп барышлай ҙа эшләшеп китәләр”.

Әлбиттә, яңы йортто иҫкеһе менән бөтөнләй сағыштырырлыҡ түгел. Ҡыйыҡ ишелеп төшмәһен өсөн ҡуйылған терәүҙәр, электр уты һүнә ҡалһа керәсин лампаһы. Йорт үҙе мейес ярҙамында йылытыла. Тик уның йылыһы ғына инде, быялаһыҙ тәҙрәләр аша сығып бөтә... Әлегә балалар был яңылыҡҡа ышанып та бөтә алмай. Йорт тәҙрәһенән ауыл ус эсендә кеүек, матур күренә.

Ҡояш офоҡтан күптән юғалыуына ҡарамаҫтан, ауыл урамы буйлап ҡар ҡыштырлатып фельдшер атлай. Сәфинә Гәрәева көн-төн тип тормай ауылдаштарының һаулығын ҡайғырта. Хеҙмәт стажы дүрт тиҫтә йылдан ашыу.

Сәфинә Гәрәева, Әүмеш ауылының фельдшер-акушерлыҡ пункты фельдшеры: “Телефон булмағанда бигерәк ауыр була ине. Беренсе ярҙамды күрһәтәһең дә, транспорт эҙләп сығаһың. Хәҙер ашығыс ярҙам саҡырырға була”.

Сәфинә Гәрәева ауыл фельдшеры ғына түгел, ул универсал медицина хеҙмәткәре. Кәрәк икән хирург та, теш табибы, педиатр ҙа булып китә. Балаларҙың балаларын ҡараған Сәфинә Хәтип ҡыҙын ауылдаштары өсөн аҡ халатлы фәрештә лә. Ул һәр ҡайһыһын исемләп кенә, амбулатор картаһында ни яҙылғанын да иҫендә тота.

Дарыуҙан тыш, йылы һүҙ менән дә дауалау серҙәрен яҡшы белә. Шуға ла ул ҡараған балалар ҙа Сәфинә Гәрәеваның ҡулында әүрәп йоҡлап та китә. Фельдшер-акушерлыҡ пункты. Бинаның һыуыҡлығына ҡарамаҫтан, ауыл фельдшеры бирешмәй, күрәһең. Сынығып та бөткәндер. Награда, ниндәйҙер категория алыу өсөн дә тырышмаған ул. Бары яҙмыш ҡушыуы буйынса килгән үҙ һөнәренең оҫтаһы булыу ҙа етә.

Флүрә Дауытова, Әүмеш ауылында йәшәүсе: “Давлением ҡалҡып килгәйне, килдем. Өйөнә лә барам. Бер ваҡытта ла ярҙамһыҙ ҡалдырмай”.

Республика етәксеһе Радий Хәбиров Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтайға йыллыҡ мөрәжәғәтнамәһенә саҡырылған барса ябай халыҡтың кемеһен генә миҫалға алма, һәр ҡайһыһы тураһында айырым китап яҙырлыҡ. Сарала ҡатнашыусы Мәләүез районы вәкиле, комбайнсы Сергей Локтионов мөрәжәғәтнәма тамамланыу менән хужалыҡҡа ҡайтып эшкә егелде. Замандашыбыҙ бер минут та ҡул ҡаушырып ултырмай. Ҡыҫҡаһы, мөрәжәғәтнама геройҙары ябайлығынан тыш, бөйөклөгө менән дә айырыла.

Автор: Азат Ғәлиуллин.

Ябайлыҡта – бөйөклөк

  • БСТ
БСТ
Новости партнеров
Минземимущество
Когда отремонтирую ваш подъезд