Дүрт сәғәт самаһы ваҡыт эсендә етмешкә яҡын һорауға яуап

Дүрт сәғәт самаһы ваҡыт эсендә етмешкә яҡын һорауға яуап https://bash.news/news/86769_drt_st_samay_vayt_esend_etmeshk_yayn_oraua_yauap
22 дек 2018, 22:10

Рәсәй Президенты был аҙнала киң мәғлүмәт саралары хеҙмәткәрҙәре менән осрашты.Президенттың яуаптары төрлө өлкәгә ҡағыла. Путинды БСТ каналы хәбәрсеһе Рафиҡ Әхмәтшин тыңланы.

Тыва республикаһынан Азианна Чадымба матбуғат конференцияһында тәүге тапҡыр ғына ҡатнашмай. Быйыл әҙерлекле килгән. Милли кейем һәм үҙенсәле яҙыу президенттың иғтибарын йәлеп итергә тейеш тип ышана Тыва телевидениеһы хәбәрсеһе.

Президенттың иғтибарын йәлеп итеү өсөн һәр кем үҙ ысулын тапҡан.Берәүҙәр милли кейемдә икенселәр үҙенсәлекле яҙыуҙар әҙерләп килгән. Президенттың иғтибарын мин ошо яҙма менән йәлеп итергә ниәтләнем. Әммә 1700 кешенән кемгә уңыш йылмайыр бары тик Путин ғына белә.

Шулай ҙа ойоштороусылар быйыл атрибутиканы сикләргә ҡарар иткән. Кейем, яҙыу йәки башҡа әйберҙәр менән иғтибарҙы йәлеп итеү ваҡыты үтте. Журналист аҡыллы һорауы менән айырылып торорға тейеш тигән ҡарашта матбуғат конференцияһын ойоштороусылар.

Станислав Натанзон, Федераль телеканал журналисы: “Раньше были барабаны, бубны, да чего только не было. С одной стороны это плохо, нет этого флера развлечения, с другой стороны это здорово, потому что мы здесь не барабанамы меримся”.

"Мытище таңдары" менән "Уол стрит жорнал" бер залда. Тираж һәм уҡыусылар һаны мөһим түгел. Баҫма журналистарына бер үк мөмкинлек бирелгән. Президентҡа һорауҙар ҙа әҙер.

Гөлнара Сабитова, "Шәхри Ҡазан" һәм "Сөйөмбикә" журналдары баш мөхәррире: “2019 Татарстанда сәхнәләр йылы”.

Галина Титарчук, Сыуашстан милли телерадиокомпанияһы шеф-мөхәррире: “Самый глобальный вопрос – сохранение чувашской культуры”.

Матбуғат конференцияһында Путин ғәҙәттәгесә, йыл йомғаҡтарын барланы. Донъя иҡтисадында тотороҡһоҙлоҡ күҙәтелеүенә ҡарамаҫтан Рәсәй алға бара. Тулайым төбәк продукты, халыҡтың табыш күләме арта тип билдәләне дәүләт башлығы. Дмитрий Песков тәүгеләрҙән булып Президент пулындағы хәбәрсегә һүҙ бирҙе. Беренсе һорау Путиндың телмәрен дауам иткәндәй милли проекттарға ҡағылды.

Әле федераль телеканалдар залда төбәк журналистары күберәк булды. Уларға һорау биреү мөмкинлеге лә йышыраҡ бирелде тип белдерә. Әммә матбуғат конференцияһының йүнәлешен тап үҙәк баҫмалар һәм телеканалдар билдәләне. "Беренсе канал"дан Антон Верницккий һуңғы арала тотош кешелекте борсоған һорау менән мөрәжәғәт итте. Ядро һуғышы көтөлмәйме? Путиндың яуабы журналист өсөн генә түгел, был һуғышты сығарыу хәүефе менән янаусылар өсөн дә яңғыраны.

Президент Украина журналистары менән да аралашты. Һүҙ әлбиттә, был илдә дауам иткән низағ тураһында. Владимир Путин Ҡырым буйынса ла аныҡ яуап бирҙе. Хатта шәхси тормошона ҡағылышлы һорауҙан да тартынманы Рязань ҡалаһынан килгән хеҙмәттәшебеҙ төбәк телеканалдары яҙмышына борсолоу белдерҙе. Һанлы телетапшырыуҙарға күсеү сәбәпле аналог сигналдарын һүндереү мөмкинлеге ҡарала ине. Путин ашыҡмаҫҡа ҡушты. Төбәк телканалдары йәшәргә тейеш. Әйткәндәй, был аҙнала Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтайҙың сираттағы пленар улырышында ла был мәсьәлә ҡаралды. Депутаттар Рәсәй Хөкүмәте рәйесенә төбәк телеканалдарын һаҡлау тураһындағы мөрәжәғәт ҡабул итте. Киләһе йылдан телеканалдар һанлы форматҡа күсә, ә төбәк телевидениелары өсөн мультиплекста урын юҡ һәм уларға юҡҡа сығыу ҡурҡынысы янай. Депутаттар милли каналдарҙың төбәкте үҫтереүгә лә йоғонтоһо бик ҙур тип иҫәпләй.

Шамил Ишемйәров, Башҡортостан юлдаш телевидениеһы директоры: “Республика телеканалдарына айырым мультиплекс төҙөү, йә федераль мультиплексҡа индереү өҫтөндә эшләйбеҙ”.

Башҡортостандан матбуғат конференцияһында беҙҙең ижади төркөмдән тыш "Башинформ" агентлығы, "Башҡортостан ҡыҙы" журналы һәм "Горобзор" интернет сәхифәһе журналистары ҡатнашты. Ойоштороусыларҙың үҙ мәнфәғәтенән сығып эш итеүе билдәле, әммә хәбәрселәр һорауҙарын ҡыҫҡараҡ биргәндә бәлки, сират башҡаларға етер ине тип әсенеүселәр ҙә булды.

Гөлназ Ҡотоева "Башҡортостан ҡыҙы" журналы баш мөхәррире: “Ҡайһы-бер һорауҙарыма яуап алып булмаған һымаҡ булды. Сөнки миңә һорау биреү мөмкинлеге тейһә, ни өсөн балалар пособиеһы һәм пенсиялар бик бәләкәй, тип һорар инем. Экология тураһында ҡыҙыҡлы мәғлүмәт алдым”.

Матбуғат конференцияһы һайын Владимир Путин 50-80 һорауға яуап биреп өлгөрә. Был уртаса һандар. Журналистарҙың күбеһе әлбиттә залдағы тыңлаусы ғына булып ҡала. Әммә шартлы булһа ла Президентҡа һорау биреү , тимәк, ил һәм донъя күләмендә йәмәғәт фекеренә йоғонто яһау мөмкинлеге лә булды бит.

Автор: Рафиҡ Әхмәтшин.

Дүрт сәғәт самаһы ваҡыт эсендә етмешкә яҡын һорауға яуап

  • БСТ
БСТ
Новости партнеров
Минземимущество