Соликамскиҙа теркәлгән фажиғәлә Башҡортостан егеттәре һәләк була

Соликамскиҙа теркәлгән фажиғәлә Башҡортостан егеттәре һәләк була https://bash.news/news/86811_solikamskia_terklgn_fazhil_bashortostan_egettre_lk_bula
24 дек 2018, 10:15

Соликамскиҙа ҡотҡарыусылар һәләк булған туғыҙ кешенең кәүҙәһен сығара. Улар араһында Өфө егеттәре лә бар. Mash хәбәр итеүенсә,вахта алдынан, ирҙәрҙең эшкә барырға теләге булмай.

Соликамскиҙа теркәлгән фажиғәлә Башҡортостан егеттәре һәләк була
Соликамскиҙа теркәлгән фажиғәлә Башҡортостан егеттәре һәләк була

Тәфтишселәр һәм ҡотҡарыусылар ҡот осҡос фажиғә булған урында үҙ эштәрен дауам итә. Һәләк булыусылар араһында Өфөлә йәшәүселәр ҙә була. 57 йәшлек Сергей Томшин бригадала иң олоһо һәм тәжрибәле була. Уның ике улы ҡала. Ә Антон Абрамовтың (фотола) өс һәм ун дүрт йәшлек ҡыҙҙары атайһыҙ ҡала.

Вахтаға китер алдынан, ирҙәр ҡурҡыу көсө барлығын белдерә. Уларҙың эшкә китергә теләге булмай, әммә финанс ауырлыҡ сәбәпле, уларға ғаиләһенән айырылып, ситкә эшкә китергә тура килә. Әле билдәле булыуынса, һәләк булыусылар ғаиләһенә 6 миллион һум күләмендә ярҙам күрһәтеләсәк. Төбәк Башлығы Радий Хәбиров менән ҡала башлығы Өлфәт Мостафин ғаиләләрҙең ҡайғыларын уртаҡлашты, улар тейешле ярҙам күрһәтәсәктәре хаҡында белдерҙе.

Фотография: Интернет

Спутник FM
Новости партнеров