Башҡортостанда 2018 йыл башынан алып малайҙар күберәк тыуған

Башҡортостанда 2018 йыл башынан алып малайҙар күберәк тыуған https://bash.news/news/86813_bashortostanda_2018_jyl_bashynan_alyp_malajar_kberk_tyuan
24 дек 2018, 14:47

Башҡортостанда ағымдағы йылдың 11 айы эсендә ҡыҙҙарға ҡарағанда, малайҙар 1389-ға күберәк тыуған. Йыл башынан алып 20587 ир бала донъяға килгән. Ҡыҙҙар һаны 19198 тәшкил итә.

Башҡортостанда 2018 йыл башынан алып малайҙар күберәк тыуған
Башҡортостанда 2018 йыл башынан алып малайҙар күберәк тыуған

Барлығы яҡынса ҡырҡ мең бала донъяға килгән. Уларҙың уртаса ауырлығы - 3,3 килограмм,буйы- 52 сантиметр.Бала табыусы ҡатындарҙың уртаса йәше- 29 йәш.

Иң күп бала табыу айы тип августа айы билдәләнелә, был айҙа яҡынса дүрт мең бала яҡты донъяға ауаз һала. Бынан тыш, сабыйҙар кесе йома күберәк донъяға килә, 6631бала аҙнанын тап ошо көнөн һайлай. Был хаҡта республиканың Социаль страховкалау фонды хәбәр итә.

Фото: Интернет.

Спутник FM
Новости партнеров
Свадьба наизнанку
Когда отремонтирую ваш подъезд