Республикала ололар өсөн пансионат үҙ ишектәрен асасаҡ

Республикала ололар өсөн пансионат үҙ ишектәрен асасаҡ https://bash.news/news/86817_respublikala_ololar_sn_pansionat_ishektren_asasa
24 дек 2018, 15:58

Башҡортостанда ололар өсөн тағы ла бер пансионат барлыҡҡа киләсәк. Ул Кушнаренко районы Шәрип ауылында асыла. Яңы пансионат дәүләт-шәхси партнерлыҡ форматында эшләйәсәк.

Республикала ололар өсөн пансионат үҙ ишектәрен асасаҡ
Республикала ололар өсөн пансионат үҙ ишектәрен асасаҡ

Республиканың Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығы менән«Ышаныс-К» халыҡты социаль хеҙмәтләндереү үҙәге араһында килешеү төҙөлә.

Үҙәк хаҡла ялдағыларҙы һәм мөмкинлектәре сикләнгәндәрҙе социаль хеҙмәтләндереү бинаһын төҙөкләндерәсәк. Шуның менән бина ҡырҡ урынға тәғәйенләнгән шәхси пансионат статусын ала.

Был проектты тормошҡа ашырыу маҡсатында 5,5 млн һум күләмендә аҡса бүленә. Уның 2,5 млн һумын республиканың Кесе эшҡыуарлыҡты кредитлау компанияһы бурысҡа бирәсәк. Билдәләргә кәрәк, был дәүләт-шәхси партнерлыҡ форматында эшләгән икенсе пансионат. Уҙған йылда ошондай проект Мишкә районында булдырылды.

Фото: Интернет.

Спутник FM
Новости партнеров
Свадьба наизнанку
Акции и скидки в кинотеатре Синема 5 г. Уфа