Радий Хәбиров граждандар ярҙамында урамдарҙа яҡтылыҡ мәсьәләһен тикшерәсәк

Радий Хәбиров граждандар ярҙамында урамдарҙа яҡтылыҡ мәсьәләһен тикшерәсәк https://bash.news/news/86818_radij_xbirov_grazhdandar_yaramynda_uramdara_yatyly_mslen_tikshersk
24 дек 2018, 10:53

Аҙна һайын ойошторолған кәңәшмә сиктәрендә, Радий Хәбиров урамдарҙа яҡтылыҡ мәсьәләһен күтәрҙе. Төбәк Башлығы билдәләүенсә, ҡараңғы урамдар енәйәтселектең үҫешенә йоғонто яһай.

Радий Хәбиров граждандар ярҙамында урамдарҙа яҡтылыҡ мәсьәләһен тикшерәсәк
Радий Хәбиров граждандар ярҙамында урамдарҙа яҡтылыҡ мәсьәләһен тикшерәсәк

Башҡортостан Хөкүмәтенең вице-премьеры вазифаһын башҡарыусы Михаил Киреев, урындарҙа яҡтыртыу ҡоролмаларын урынлаштырыу буйынса эш барышы менән таныштырҙы. Республикала барлығы 2 мең яңы яҡтылыҡ нөктәһе булдырыласаҡ. Бынан тыш, урындағы идаралыҡтар тарафынан һүндерелгән 8000 нөктә яңынан ҡабыҙыла.

Михаил Киреев билдәләүенсә, барлыҡ эштәр бер аҙнанан тамамланасаҡ. Радий Хәбиров һүҙҙәренсә, кәңәшмә тамамланғандан һуң, ул социаль селтәрҙә был теманы күтәрәсәк һәм кире бәйләнеш көтөп ҡаласаҡ.

Спутник FM
Новости партнеров
Свадьба наизнанку
Дневник Международных детских Игр
Когда отремонтирую ваш подъезд