Башҡортостанда енәйәтселек арта

Башҡортостанда енәйәтселек арта https://bash.news/news/86819_bashortostanda_enjtselek_arta
24 дек 2018, 11:04

Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров хәбәр итеүенсә, республикала енәйәтселек һаны арта. Төбәк Башлығы мәғлүмәттәре буйынса,енәйәтселек Баймаҡ районында 12 процентҡа, Нуриман районында- 13,5%-ҡа арта. Балаҡатай районында иһә хоҡуҡ боҙоуҙар һаны ун ете процентҡа күбәйә.

Башҡортостанда енәйәтселек арта
Башҡортостанда енәйәтселек арта

Радий Хәбиров мәғлүмәттәре буйынса, Башҡортостанда балиғ булмағандар тарафынан ҡылынған енәйәт эштәре артҡан. Балалар тарафынан ҡылынған хоҡуҡ боҙоуҙар Стәрлетамаҡ районында- 63%-ҡа,Кушнаренко районында- 12%-ҡа, Иглиндә- 11%-ҡа артҡан. Шулай уҡ, енәйәтселек һаны Межгорье, Стәрлетамаҡ, Благовещенск ҡалаларында артҡан.

Бөгөн, 24 декабрҙә, Башҡортостан Хөкүмәтендә оператив кәңәшмәнең тура бәйләнеше үтә.Башҡортостан Башлығы етәкселәр менән сираттағы кәңәшмә уҙғара.Видеоконференция режимында ҡала һәм район хакимиәте башлыҡтары менән торлаҡ-коммуналь хужалығы һәм юл-транспорт комплексы һорауҙары, шулай уҡ, Яңы йыл байрамдары осоронда йәмәғәт хәүефһеҙлеген тәьмин итеү саралары ҡараласаҡ.

Спутник FM
Новости партнеров
Курай даны
Минземимущество