Радий Хәбиров законһыҙ рәүештә файҙалы ҡаҙылмалар ҡаҙыу менән эш итеүселәр проблемаһын күтәрҙе

Радий Хәбиров законһыҙ рәүештә файҙалы ҡаҙылмалар ҡаҙыу менән эш итеүселәр проблемаһын күтәрҙе https://bash.news/news/86824_radij_xbirov_zakony_resht_fajaly_aylmalar_ayu_menn_esh_iteselr_problemayn_ktre
24 дек 2018, 11:39

Башҡортостан Хөкүмәтендә уҙған оператив кәңәшмәлә Радий Хәбиров ҡайтанан законһыҙ рәүештә файҙалы ҡаҙылмалар ҡаҙыу һорауын күтәрҙе. Республика Башлығы, вазифаһына билдәләнгәндән һуң, был проблема менән тәү сиратта шөғөлләнә башлағайны.

Радий Хәбиров законһыҙ рәүештә файҙалы ҡаҙылмалар ҡаҙыу менән эш итеүселәр проблемаһын күтәрҙе
Радий Хәбиров законһыҙ рәүештә файҙалы ҡаҙылмалар ҡаҙыу менән эш итеүселәр проблемаһын күтәрҙе

Быға тиклем төбәктә файҙалы ҡаҙылмалар табыу эше әүҙем бара, күп осраҡта улар законһыҙ рәүештә башҡарыла. Ошо сәбәпле, республиканың Экология министрлығында кадрҙар үҙгәрә. Тик Радий Хәбировҡа министрлыҡтың яңы етәксеһе Мирхәйҙәр Фәтҡуллиндың сығышы оҡшап етмәй. Төбәк Башлығы фекеренсә, был һорауҙа башҡа ысулдар менән хәл итергә мөмкин.

Мирхәйҙәр Фәтҡуллин үҙ докладында, законһыҙ рәүештә эш итеүселәрҙе күҙәтеү ауырға тура килә, тип билдәләй. Быға техникаларҙа теркәү билдәләре, транспорт сараларын тартып алыуға нигеҙ булмауы һәм башҡа сәбәптәр бар. Шулай уҡ, тиҙҙән республикала хоҡуҡ һаҡлау органдары ҡатнашлығында тикшереүҙәр, пилотһыҙ күҙәтеүҙәр ойоштороласаҡ. Бынан тыш, законһыҙ рәүештә эш алып барыусыларҙың техникалары һәм башҡа эш ҡоролмалары полиция ярҙамында тартып алынасаҡ.

Мин һеҙҙең сығышығыҙҙы ҡабул итмәйем. Мөмкинлектәр юҡ, тип белдерәгеҙ. Дәүләт учреждениеһында туғыҙ пилотһыҙ күҙәтеү ҡоролмаһы бар. Әгәр ҙә һеҙ был һорау менән шөғөлләнмәһегеҙ, мин был эшкә тотонам.

Радий Хәбиров

Спутник FM
Новости партнеров
Минземимущество
Когда отремонтирую ваш подъезд