Башҡортостанда «Тыуыу сертификаты» программаһы буйынса медицина учреждениелары 462 млн һум ала

Башҡортостанда «Тыуыу сертификаты» программаһы буйынса медицина учреждениелары 462 млн һум ала https://bash.news/news/86828_bashortostanda_tyuyu_sertifikaty_programmay_bujynsa_medicina_uchrezhdenielary_462_mln_um_ala
24 дек 2018, 17:17

Республиканың медицина учреждениеларына «Тыуыу сертификаты» программаһы буйынса аҡса бүленде. Дөйөм сумма 462 млн һум тәшкил итә. Аҡсаны республиканың Социаль страховкалау фонды бүлә.

Башҡортостанда «Тыуыу сертификаты» программаһы буйынса медицина учреждениелары 462 млн һум ала
Башҡортостанда «Тыуыу сертификаты» программаһы буйынса медицина учреждениелары 462 млн һум ала

«Тыуыу сертификаты» программаһы 2006 йылдан алып эшләй. Программаның маҡсаты- ҡатын-ҡыҙҙар консультацияһында, бала табыу йорттарында һәм балалар поликликникаһында медицина хеҙмәтен күрһәтеү сифатын яҡшыртыу. Сертификатҡа ярашлы, йөклөлөк , бала табыу ваҡытында ҡатын-ҡыҙға сифатлы медицина ярҙамы күрһәтелә.Бынан тыш, бер йыл дауамында балаға күҙәтеү ойошторола.

Учреждениелар сифатлы ярҙам күрһәткәндән һуң ғына, материаль ярҙам ала. Шуның менән улар көнәркәшлек баҙарында хасил була һәм эште сифатлы башҡарырға тырыша. Ағымдағы йылда был программала республиканың 85 дауаханаһы ҡатнаша.

Фото: Интернет.

Спутник FM
Новости партнеров
Дополнительные выборы депутатов Государственного Собрания-Курултая Республики Башкортостан шестого созыва
Минземимущество Банер уфимская волна