Оператив кәңәшмәлә ҡуйылған бурыстар

Оператив кәңәшмәлә ҡуйылған бурыстар https://bash.news/news/86863_operativ_kshml_ujylan_burystar
24 дек 2018, 21:11

Республиканың иң хәүефле төбәктәре, йәғни ауыл-ҡалаларҙы яҡтыртыу, пассажирҙар ташыу буйынса эшмәкәрлек һөҙөмтәһе, яңы йыл байрамдарында халыҡтың именлеген тәьмин итеү. Бөгөн Башҡортостан Хөкүмәтендә уҙған оператив кәңәшмәлә ошо һорауҙар ҡаралды. Радий Хәбиров карьерҙарҙа законһыҙ таш сығарыуға ҡаршы ойошторолған эшмәкәрлекте ҡаты тәнҡитләне, көрәш башлағанбыҙ икән һөҙөмтәләргә өлгәшәйек, тине ул.

Яҡты, асыҡ урамдар хәүефһеҙлектең нигеҙе. Радий Хәбиров республикала ҡара нөктәләрҙе бөтөрөү бурысын ҡуйғайны. Әле ауыл-ҡалаларҙа 1 меңдән ашыу яңы яҡтыртыу ҡоролмалары урынлаштырылған, йыл аҙағына тиклем һанды 2 меңдән арттыру ҡарала. Бынан тыш, әлегә тиклем һүнеп торған 9 меңгә яҡын ҡоролма төҙөкләндерелгән. Кәңәшмәлә билдәләнеүенсә, иң хәүефле урындар тип Өфөнөң Инорс биҫтәһен, Межгорье, Нефтекама, Учалы ҡалаларын, Баймаҡ, Балаҡатай, Йылайыр райондарын атарға мөмкин. Яҡтыртыу эше киләһе йылда ла дауам итәсәк.

Михаил Киреев, Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары, торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министры вазифаһын башҡарыусы: “Всего за 2019 год планируется дополнительно смонтировать более 23 тысяч светильников”.

Радий Хәбиров, Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы: “Меня волнует ситуация с общественной безопасностью. Люди должны спокойно гулять по улицам”.

Пассажирҙар ташыу системаһында ла тәртип урынлаштырыу бара, законһыҙ эшләгән маршрут автобустары линиянан китә, улар урынына бар уңайлыҡтары булған яңы транспорт алына. Әле легаль булмаған 1 мең 400 автобус эшен туҡтатҡан, водителдәргә техник етешһелектәр өсөн 4 меңгә яҡын административ штраф һалынған.

Тимур Мөхәмәтйәнов, Башҡортостандың транспорт һәм юл хужалығы буйынса дәүләт комитеты рәйесе: “Работа ведется по двум направлениям: первое – закупка новых автобусов большой вместимости для “Башавтотранса”, второе – обновление подвижного состава у 10 частынх перевозчиков в Уфе”.

Радий Хәбиров белдереүенсә, хеҙмәтләндереү сифаты хаҡында ла уйларға ваҡыт. Транспорт ваҡытында килергә тейеш, халыҡҡа мәғлүмәт биреү өсөн таблолар урынлаштырыу мотлаҡ, йәғни шарттар тыуҙыру мөһим. Әле берҙәм билет булдырыу буйынса ла эш бара.

Радий Хәбиров, Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы: “Я за законный труд. У меня нет задачи оставить людей без работы. Начинайте работать по качеству. Пусть автобусы минута в минуту приходят”.

Уның ҡарауы, законһыҙ таш сығарыуға ҡаршы эшмәкәрлек тейешле кимәлдә ойошторолмаған. Радий Хәбиров Башҡортостандың Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министры докладын ҡыҙыу тәнҡит утында тотто. Көрәш башлағанбыҙ икән, һөҙөмтәгә өлгәшеү мотлаҡ. Мин үҙемде мыҫҡыл итеүгә юл ҡуймаясаҡтын, һеҙҙең урында мин шунда барып йәшәр инем, тине Радий Фәрит улы.

Радий Хәбиров, Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы: “Мое поручение не выполнили, даже не приступили.Остановить! Найдите крупных игроков. Полтора месяяца прошло. Я б на вашем месте жил там”.

Радий Хәбиров февраль уртаһында тиклем эште ныҡлап ойоштороу бурысын ҡуйҙы. Баймаҡ районы хакимиәте башлығына тәртип урынлаштырмай тороп карьерҙарға бер кемде лә индермәҫкә ҡушылды.

Оҙайлы яңы йыл каникулдары алдынан хәүефһеҙлек мәсьәләһе тәү урынға сыға. Юл фажиғәләрен генә түгел, башҡа ғәҙәттән тыш хәлдәрҙе лә иҫкәртеү мотлаҡ. Сөнки ҡағиҙәләрҙе һанға һуҡмауҙан майҙансыҡтарҙа шыршыларҙы янып китеүе, кешеләрҙең пиротехника әйберҙәренән зыян күреүе даими теркәлә. Радий Хәбиров әйтеүенсә, бәлә-ҡазаға тарығансы алдан йөҙ тапҡыр иҫкәртеү хәйерлерәк.

Автор: Рәмзиә Кәримова.

Оператив кәңәшмәлә ҡуйылған бурыстар

  • БСТ
БСТ
Новости партнеров
Минземимущество
Когда отремонтирую ваш подъезд