Мин донъяны таныйым

Мин донъяны таныйым https://bash.news/news/86864_min_donyany_tanyjym
24 дек 2018, 21:13

Ошо исем аҫтында Нуриман районында ЮНЕСКО-ның ассоциациаланған мәктәптәре ҡатнашлығында ғилми-ғәмәли конференция үтте. Башҡортостан менән ЮНЕСКО-ның 20 йыллыҡ хеҙмәттәшлегенә арналған сараға республиканың 15 ҡалаһынан һәм ете районынан йөҙгә яҡын ҡатнашыусы килде.

Сығыш яһаусылар 14 йүнәлештә 77 фәнни эш тәҡдим итте. Баһалама ағзаларын Туймазы районынан Егор Соловьевтың сығышы һоҡландырҙы. Ул "Тарих" секцияһында башҡорт йолалары тураһында һөйләне. Йәш ғалимдың елән кейеп, ҡурайҙа уйнауы ла маҡтауға лайыҡ тип билдәләнде.

Әминә Борханова, Нуриман районы Иҫке Күл урта мәктәбе уҡытыусыһы: “Конференцияның исеме юҡҡа ғына мин донъяны таныйым тип аталмаған. Балалар үҙҙәре өсөн бай мәғлүмәт туплай, ҡыҙыҡлы материалдар уҡый, өйрәнә”.

Автор: Фәниә Юланова.

Мин донъяны таныйым

  • БСТ
БСТ
Новости партнеров
GAUGA