Милли проекттарға 5,7 триллион һум аҡса бүленәсәк

Милли проекттарға 5,7 триллион һум аҡса бүленәсәк https://bash.news/news/86877_milli_proekttara_57_trillion_um_asa_blensk
24 дек 2018, 23:21

Башҡортостан вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров бөгөн Стратегик үҫеш һәм өҫтөнлөклө проекттар буйынса Рәсәй Президенты ҡарамағындағы совет ултырышында ҡатнашты. Уны видеоконференция тәртибендә Рәсәй Хөкүмәте Премьер-министры Дмитрий Медведев үткәрҙе.

Ултырышта милли проекттарҙы булдырыу һөҙөмтәләре һәм киләсәктә уларҙы тормошҡа ашырыу юлдары ҡаралды. Дмитрий Медведев әйтеүенсә, 12 милли проект, шулай уҡ магистраль инфраструктураны киңәйтеү һәм үҙгәртеп ҡороу планы әҙерләнгән. Бының өсөн алдағы өс йылда бюджеттан 5,7 триллион һум аҡса бүлеү ҡаралған.

Милли проекттарға 5,7 триллион һум аҡса бүленәсәк

  • БСТ
БСТ
Новости партнеров
Дополнительные выборы депутатов Государственного Собрания-Курултая Республики Башкортостан шестого созыва
Минземимущество Банер уфимская волна