Бөгөн Башҡорт дәүләт медицина университетында уникаль операция яһалды

Бөгөн Башҡорт дәүләт медицина университетында уникаль операция яһалды https://bash.news/news/86880_bgn_bashort_dlt_medicina_universitetynda_unikal_operaciya_yaaldy
24 дек 2018, 23:32

Ҡан юлына тығылған холестерин төйөрөн яңы ысул менән юҡҡа сығарыу буйынса тәүге тапҡыр әмәлиәт үткәрелде. Ҡан тамырҙары хирургияһының операция бүлмәһендә беҙҙең ижади төркөм дә эшләне. Яңы ысул нимәһе менән өҫтөнлөклө?

Катетер аяҡ тамырының эсенә уңышлы индерелгән. Артабан автоматик рәүештә ул ойошҡан холестеринды тишә. Ультратауышлы медицина инструментының организмдағы һәр хәрәкәте рентген аша күренеп тора. Бүлмәлә ике хирург эшләй.

Михаил Масленников, Мәскәү ҡалаһының Н. И. Пирогов исемендәге 1-се дауаханаһы бүлеге мөдире: “Ҡатмарлы осраҡ. Пациенттың артерияһында холестерин төйөрө хатта кальций менән ҡапланған. Стандарт ысул менән сәғәттәр буйы булышыр инек, заманса метод 7 минутта проблеманы хәл итте”.

Иҫке ысул менән операция ваҡытында ҡан тамырына зыян килтереүҙән хәүеф булған. Был катетерҙы аҡыллы тип әйтергә мөмкин. Ул кәрәкле урындан тайпылһа ла, ҡан тамырының стеналарына теймәй.

Илгиз Солтанов, Башҡорт дәүләт медицина университеты клиникаһы анестезиологы: “Яңы катетер, перфоратор кеүек, ҡан тамыры тығылған урынды үҙе тишеп бара”.

Холестерин ойошоуы кеше ғүмеренә хәүеф менән янай. Аяҡ тамырындағы төйөн кешегә атларға ирек бирмәй. Сөнки ағзаны ҡан менән тәьмин итеүсе тамыр тығылғас, аяҡ ойой башлай, һөҙөмтәлә ул гангренаға әйләнә. Башта булһа — инсультҡа, йөрәктә инфарктҡа килтерә.

Владимир Ишмәтов, Башҡорт дәүләт медицина университеты клиникаһының йөрәк-ҡан тамырҙары һәм рентген хирургияһы бүлеге мөдире: “Ультратауышлы катетер секундына 20 мең тапҡыр тирбәлә ..., ҡатҡан төйөндө ул туҙан һымаҡ ваҡлай. Бер үк ваҡытта физик шыйыҡса ярҙамында ҡан юлы асыла”.

Пациенттың ҡан тамырындағы төйөрҙө үтеп сыҡҡандан һуң стент урынлаштырыла. 69 йәшлек ир иртәгә үк атлап йөрөй аласаҡ.

Бындай операциялар Рәсәйҙә быйыл бөтәһе унау ғына эшләнә, ә бишеһе – Өфөләге клиникала. Ул дәүләттән бүленгән квота ярҙамында башҡарыла.

Автор: Рәмилә Исмәғилева.

Бөгөн Башҡорт дәүләт медицина университетында уникаль операция яһалды

  • БСТ
БСТ
Новости партнеров
Дополнительные выборы депутатов Государственного Собрания-Курултая Республики Башкортостан шестого созыва
Минземимущество Акции и скидки в кинотеатре Синема 5 г. Уфа