Башҡортостан дәүләт концерт залында сираттағы тапҡыр иң алдынғы уҡыусылар йыйылды

Башҡортостан дәүләт концерт залында сираттағы тапҡыр иң алдынғы уҡыусылар йыйылды https://bash.news/news/86883_bashortostan_dlt_koncert_zalynda_sirattay_tapyr_i_aldyny_uyusylar_jyjyldy
24 дек 2018, 23:42

Ҡала шыршы байрамына Өфөнән 1650 бала саҡырылды. Улар араһында күп балалы, аҙ тәьмин ителгән ғаиләләрҙә, балалар йортонда тәрбиәләнеүсе ҡыҙҙар-малайҙар бар ине.

Байрамды Ҡыш бабай менән Ҡарһылыу ҡатнашлығындағы күңелле тамаша биҙәне. Әммә балалар уйындарҙа ҡатнашып ҡына ҡалманы, ә үҙ һәләттәрен дә күрһәтте. Йыр-бейеү, шиғыр һөйләүгә маһир уҡыусылар береһен-береһе уҙҙырып сығыш яһаны. Йыл һайын уҙғарылып килгән ҡала шыршы байрамы ҡыҙҙар-малайҙарҙы дуҫлаштырып, уларға яңы йыл кәйефе бүләк итеүҙе маҡсат итеп ҡуя. Фойелағы тамашанан һуң, байрамда ҡатнашыусылар "Яңы йыл киреһенсә" тип аталған мультимедиялы шоу ҡараны.

Айһылыу Ишбаева, Өфөнөң М. Исҡужин исемендәге 136-сы лицейы уҡыусыһы: “Олимпиадаларҙа гел ҡатнашырға тырышам. Бөтә сараларҙа алып барыусы булараҡ сығыш яһайым. Байрамға эләгеүемә бик шатмын”.

Автор: Фәниә Юланова.

Башҡортостан дәүләт концерт залында сираттағы тапҡыр иң алдынғы уҡыусылар йыйылды

  • БСТ
БСТ
Новости партнеров
Минземимущество
Банер уфимская волна