Ҡырмыҫҡалы районы Олокүл ауылында йәшәүсе Кәримовтар умартасылыҡ менән шөғөлләнә

Ҡырмыҫҡалы районы Олокүл ауылында йәшәүсе Кәримовтар умартасылыҡ менән шөғөлләнә https://bash.news/news/86884_yrmyaly_rajony_olokl_auylynda_jshse_krimovtar_umartasyly_menn_shlln
24 дек 2018, 23:45

Ҡортсолоҡта ҡулланылған балауыҙҙың тамсыһын дә әрәм итмәй. Төрлө һындарҙан шәмдәр етештерә. Ҡыҙыҡһынып тотонған эштәре әлеге ваҡытта бер ни тиклем килем дә килтерә. Кәримовтарҙан балыуыҙ һындар эшләү серҙәре тураһында беҙҙең сайтта уҡығыҙ.

Гөлназ Рәүеф ҡыҙы балауыҙҙан шәм эшләү мөмкинлеген социаль селтәрҙәр аша уҡып белә. Тормош иптәше умарта тота. Шуға ла бал ҡортона ҡағылышлы һәр продукцияны тормошта сәләмәтлеккә файҙалы итеп ҡулланырға мөмкин, тигән фекерҙә Кәримовтар. Ата-әсәһенә эйәреп ҡыҙҙары Наҙгөл дә балауыҙҙан шәмдәр эшләүҙә ҙур ярҙам күрһәтә.

Радик Кәримов хаҡлы ялдағы полиция хеҙмәткәре. Йәй миҙгелендә бал ҡорттары тәрбиәләй. Ә күстәрен ҡышлатырға ҡуйғас, яратҡан шөғөләнә тотона. Ҡатыны Гөлназ Рәүеф ҡыҙы тәҡдиме менән башланған шөғөлдө хәҙер тотош ғаиләләре менән башҡаралар. Лаванда ҡушып төрөлгәндәре, Яңы йыл тематикаһына арналғандары, йорт хайуандары һәм ҡырағай йәнлектәр... Шәмдәрҙең һәр береһенә күңел йылыһы һәм тырышлыҡ һалына. Бәләкәй ҡыҙҙары һындарҙы сағыу төҫтәр менән биҙәргә лә ярҙамлаша. Кәримовтарға был шөғөл билдәлелек һәм табыш та килтергән.

Радик Кәримов, балауыҙ шәмдәр етештереүсе: “Бер тапҡыр Өфөгә барып йәрминкәлә ҡатнаштыҡ. Унан һуң башҡа ергә саҡыра башланылар. Химия ҡушмайбыҙ”.

Ғаилә ағзалары өсөн был кәсептә һәр эш бүленгән. Өлкән ҡыҙҙары Руслана иҫәп-хисап алып бара, Наҙгөл балауыҙ иретеү, уны формаларға ҡойоу һәм биҙәү кеүек төп эштәрҙе оҫта башҡара. Балауыҙҙан эшләнгәндәренә лаванда, аҡ шыршы тәпәйҙәре һибеп тә шәмдәр төрәләр. Кәримовтар үҙәре етештергән шәмде яңы йылда Башҡортостанда йәшәгән һәр кемгә бәхет, ырыҫ-ҡот теләп тоҡандыра.

Кәримовтар ғаиләһе 300 ашыу һындан балауыҙ шәмдәр етештерә.. Был натураль шәмдәр беҙҙең төбәктә генә түгел, Мәскәү, Санкт-Петербург кеүек ҙур ҡалаларҙа ла һорау менән ҡулланыла. Һуңғы ваҡытта хатта заказдарҙы Канада һәм Американан да булған. Яратҡан шөғөл табышлы ла, йән тыныслығы ла килтерә, ти, Кәримовтар.

Автор: Гүзәл Борханова.

Ҡырмыҫҡалы районы Олокүл ауылында йәшәүсе Кәримовтар умартасылыҡ менән шөғөлләнә

  • БСТ
БСТ
Новости партнеров
Свадьба наизнанку
Дневник Международных детских Игр
Когда отремонтирую ваш подъезд