Өфөнөң Наталья Ковшова урамында хоккей майҙансығы асыу тантанаһы үтте

Өфөнөң Наталья Ковшова урамында хоккей майҙансығы асыу тантанаһы үтте https://bash.news/news/86885_fn_natalya_kovshova_uramynda_xokkej_majansyy_asyu_tantanay_tte
24 дек 2018, 23:47

Байрамға "Толпар" йәштәр командаһы уйынсылары саҡырыла. Улар был спорт төрөнә ғашиҡ ихата балалары менән дуҫтарса турнир ойошторҙо. Тәүгеләрҙән булып хоккей майҙансығына "Толпар" йәштәр командаһы уйынсылары сыҡты.

Спорт һөйөүсө тиҫтәләп үҫмер уларҙан ҡалышмай, боҙ буйлап конькиҙа шыуа. Объект улар өсөн күптән көтөп алынған ваҡиға. Иҫке ағас хоккей коробкаһы урынында - күп функциялыһы. Йәйгеһен футбол, боскетбол, волейбол уйнарға мөмкин, балалар йәрәхәтләнмәһен өсөн өҫтөндө резина ҡатлам да йәйелгән.

Өфөнөң Сипайлово биҫтәһендә йәшәүселәр Наталья Ковшова урамында хоккей майҙансығын яңыртыу тәдиме менән өс йыл рәттән ҡала хакимиәтенә мөрәжәғәт итә. Бөтә Рәсәй Халыҡ фронты вәкилдәре ярҙамында боҙ урынынан ҡуҙғала. Заманса спорт объекты барлыҡҡа килә. Байрам тантанаһында ихатаның иң шәп хоккейсылары ла бүләкләнде.

Хоккей майҙансығын асыу тантанаһында кескәйҙәр өсөн Яңы йыл тамашаһы ла ойошторолдо. Кескәйҙәр шыршы тирәләй күңел асты, шиғырҙар һөйләп, тәмлекәстәр менән бүләкләнде.

Ихата алдын әкиәт персонаждары булған боҙ һындары ла биҙәй. Урындағы халыҡҡа әләл ҡайҙа йөрөргә кәрәкмәй, балалар саф һауала күңелле ял итһен өсөн бар шарттар ҙа булдырылған.

Автор: Гөлназ Хәйбуллина.

Өфөнөң Наталья Ковшова урамында хоккей майҙансығы асыу тантанаһы үтте

  • БСТ
БСТ
Новости партнеров
Свадьба наизнанку
Когда отремонтирую ваш подъезд