«Вся Уфа» директоры итеп Азамат Әлмөхәмәтов тәғәйенләнде

«Вся Уфа» директоры итеп Азамат Әлмөхәмәтов тәғәйенләнде https://bash.news/news/86894_vsya_ufa_direktory_itep_azamat_lmxmtov_tjenlnde
25 дек 2018, 09:35

«Вся Уфа» телеканалын Азамат Әлмөхәмәтов етәкләйәсәк. Был хаҡта бөгөн, 25 декабрҙә, Өфө ҡала хакимиәте башлығы Өлфәт Мостафин хәбәр итте. Башлыҡ оператив кәңәшмә барышында, Азамат Әлмөхәмәтовты яңы вазифаһы менән ҡотланы.

«Вся Уфа» директоры итеп Азамат Әлмөхәмәтов тәғәйенләнде
«Вся Уфа» директоры итеп Азамат Әлмөхәмәтов тәғәйенләнде

Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, быға тиклем телеканал менән Алина Сөләймәнова етәкселек итә. Күптән түгел ул Өфө ҡала хакимиәтенә эшкә күсерелде.

Азамат Әлмөхәмәтов 1971 йылда Ишембайҙа донъяға килә. Башҡорт Дәүләт Университетын һәм Хеҙмәт һәм социаль мөнәсәбәттәр академияһын тамамлай. Хеҙмәт юлын йәштәр өсөн тәғәйенләнгән программаларҙан башлай. 1999 – 2010 йылдарҙа «Вся Уфа» телеканалының үҫеш буйынса директоры булып эшләй. Артабан «Башҡортостан» ДУП ТРК-һы директоры урынбаҫары вазифаһын биләй.

Спутник FM
Новости партнеров
Курай даны
Когда отремонтирую ваш подъезд