Башҡалала, байрамдар осоронда, торлаҡ-коммуналь хужалығы предприятиелары юғары әҙерлек режимына күсә

Башҡалала, байрамдар осоронда, торлаҡ-коммуналь хужалығы предприятиелары юғары әҙерлек режимына күсә https://bash.news/news/86902_bashalala_bajramdar_osoronda_torlakommunal_xuzhalyy_predpriyatielary_yuary_erlek_rezhimyna_ks
25 дек 2018, 11:39

Яңы йыл каникулдары осоронда торлаҡ-коммуналь хужалығы ойошмалары юғары әҙерлек режимында эшләйәсәк. 30 декабрҙән алып 8 ғинуарға тиклем ремонт-төҙөлөш ойошмалары һәм торлаҡ-коммуналь хужалығы объекттары көсөргәнешле эш алып барасаҡ.

Башҡалала, байрамдар осоронда, торлаҡ-коммуналь хужалығы предприятиелары юғары әҙерлек режимына күсә
Башҡалала, байрамдар осоронда, торлаҡ-коммуналь хужалығы предприятиелары юғары әҙерлек режимына күсә

Яңы йыл байрамдары осоронда ремонт эштәре туҡтатыласаҡ. Быға ремонт-тергеҙеү саралары инмәй. Торлаҡ-коммуналь хужалығының бар предприятиеларында тәүлек әйләнәһенә дежур графигы әҙер булырға тейеш.

Ойошма етәкселәренә үҙ биләмәләрендә тейешле системаларҙың эшен тикшереү мотлаҡ. Авария хәле була ҡалғанда, тейешле хеҙмәттәргә мөрәжәғәт итергә кәрәк.

Фото: Интернет

Спутник FM
Новости партнеров
Свадьба наизнанку
Банер уфимская волна