Башҡалала бурыслыларҙың автомобилдәрен сауҙа сығаралар

Башҡалала бурыслыларҙың автомобилдәрен сауҙа сығаралар https://bash.news/news/86909_bashalala_buryslylary_avtomobildren_saua_syaralar
25 дек 2018, 15:57

28 декабрҙә башҡалала сауҙа үтә. Унда һәр теләгән кешегә бурыслыларҙың автомобилен һатып алырға мөмкинлек тыуа. Сауҙаға сит илдә һәм Рәсәйҙә етештерелгән автомобилдәр, шулай уҡ, трактор сығарыла.

Башҡалала бурыслыларҙың автомобилдәрен сауҙа сығаралар
Башҡалала бурыслыларҙың автомобилдәрен сауҙа сығаралар

Республиканың Федераль суд приставтары хеҙмәте хәбәр итеүенсә, был көндө 720 мең һумдан ашыу бурысы булған бурыслының автомобиле һатыласаҡ. Ир оҙайлы ваҡыт дауамында алимент түләмәй, шулай уҡ, кредит килешеүе буйынса ла бурысы була. Транспорт сараһына арест һалына. Ул сауҙа ла һатыласаҡ.

Һатыуҙан алынған аҡса, тәү сиратта, алимент бурысын ҡайтарыуға йүнәлтеләсәк. Бынан тыш, башҡа төрлө транспорт саралары ла һатыласаҡ.

Сауҙа Өфө ҡалаһы,Киров урамы, 99/3 адресы буйынса ойошторола.

Фото: Интернет

Спутник FM
Новости партнеров
Когда отремонтирую ваш подъезд