Республикала һауа температураһы 27 градусҡаса һыуытасаҡ

Республикала һауа температураһы 27 градусҡаса һыуытасаҡ https://bash.news/news/86922_respublikala_aua_temperaturay_27_gradusasa_yuytasa
25 дек 2018, 15:00

Иртәгә, 26 декабрҙә, Башҡортостанда һауа температураһының 27 градусҡаса һыуытыуы һәм буран сығыуы көтөлә. Урыны менән бер аҙ ҡар яуасаҡ. Был хаҡта Башгидрометүҙәк хәбәр итә.

Республикала һауа температураһы 27 градусҡаса һыуытасаҡ
Республикала һауа температураһы 27 градусҡаса һыуытасаҡ

Ел көньяҡ-көнсығыштан талғын, урыны менән көсәйеүсән.Республикала төнгө ваҡытта һауа температураһы 19 градус һалҡын, көнсығыш райондарҙа 27 градусҡаса түбәнәйеүе ихтимал. Көндөҙ – 18 градус.

Алдағы ике көндә ҡар яуыуы, буран сығыуы көтөлә, юлдарҙың айырым өлөштәренә көрт һалыуы ихтимал,

тип хәбәр итә Башгидрометүҙәк

Спутник FM
Новости партнеров
Минземимущество
Дневник Международных детских Игр
Акции и скидки в кинотеатре Синема 5 г. Уфа