Башҡортостанда балалар ике аҙна дауамында ял итәсәк

Башҡортостанда балалар ике аҙна дауамында ял итәсәк https://bash.news/news/86924_bashortostanda_balalar_ike_ana_dauamynda_yal_itsk
25 дек 2018, 18:00

Балалар өсөн ҡышҡы каникулдар 31 декабрҙә башлана. Ял 13 ғинуарға тиклем дауам итәсәк. Каникул осоронда мәҙәни саралар үткәреү күҙаллана.

Башҡортостанда балалар ике аҙна дауамында ял итәсәк
Башҡортостанда балалар ике аҙна дауамында ял итәсәк

Был осорҙа балалар өсөн ярыштар, экскурсиялар ойоштороласаҡ. Уҡыусылар һәм уларҙың ата-әсәләренең теләктәрен иҫәпкә алып, саралар планы төҙөлә. Билдәләргә кәрәк, 26 декабрҙә Мәскәүҙә Бөтә Рәсәй яңы йыл шыршыһы байрамы үтә. Унда илдең төрлө төбәктәренән балалар йыйыласаҡ. Сарала Башҡортостандан ике уҡыусы ҡатнаша.

Оҙайлы каникулдар осоронда, уҡыусылар өсөн күңел асыу саралары ҡаралған. Балалар хәүефһеҙлеге профилактик саралар сиктәрендә тәьмин ителәсәк.

Фото: Интернет

Спутник FM
Новости партнеров
GAUGA