Башҡортостанда янғын ваҡытында ике баланың һәләк булыуы осрағы буйынса енәйәт эше ҡуҙғатыла

Башҡортостанда янғын ваҡытында ике баланың һәләк булыуы осрағы буйынса енәйәт эше ҡуҙғатыла https://bash.news/news/86925_bashortostanda_yanyn_vaytynda_ike_balany_lk_bulyuy_osray_bujynsa_enjt_eshe_uatyla
25 дек 2018, 14:34

25 декабрҙә Туймазы районында янғын сығыуы тураһында мәғлүмәт алына. Иҫке Ҡандра ауылында шәхси йорт яна. Ут ике баланың ғүмерен ала.

Башҡортостанда янғын ваҡытында ике баланың һәләк булыуы осрағы буйынса енәйәт эше ҡуҙғатыла
Башҡортостанда янғын ваҡытында ике баланың һәләк булыуы осрағы буйынса енәйәт эше ҡуҙғатыла

Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, янғында ике баланың ғүмере өҙөлә. Осраҡ буйынса енәйәт эше ҡуҙғатыла. Ваҡиға урынында тәфтишселәр эшләй. Яҡынса мәғлүмәттәр буйынса, 31 йәшлек әсә тышҡа сыға һәм электр иҫәпләү ҡоролмаһының сафтан сығыуын күрә. Ул күршеләренә ярҙамға ашыға. Кире әйләнеп килеүенә, йортто ут ялмап ала. Балаларҙы ҡотҡара алмайҙар.

Ваҡиға урыны тикшерелә. Шулай уҡ, балалар үлеме сәбәбен асыҡлаясаҡ экспертиза билдәләнә.

Фото: Интернет

Спутник FM
Новости партнеров
Свадьба наизнанку
Акции и скидки в кинотеатре Синема 5 г. Уфа