Фажиғәле янғын

Фажиғәле янғын https://bash.news/news/86950_fazhile_yanyn
25 дек 2018, 22:05

Бөгөн иртән Туймазы районы Иҫке Ҡандра ауылындағы торлаҡ йортта сыҡҡан янғында ике һәм дүрт йәштәрҙәге ике баланың ғүмере өҙөлдө. Сабыйҙарҙың кәүҙәләре утты һүндергән мәлдә табыла. Осраҡ буйынса Тәфтиш комитеты тарафынан енәйәт эше асылған.

Шаһиттар фаразынса, янғын хәүефен тойоу менән иртәнге етенсе яртыла йорт хужабикәһе күршеләрен ярҙамға саҡыра. Күршеләре Фәзит Сираев тәҙрәләрҙе вата, әммә бүлмәләрҙе көслө төтөн ялмап алған була. Көслө ел йортҡа үтеп инергә мөмкинлек бирмәй,һөҙөмтәлә татлы йоҡоға талған ике баланын ғүмере өҙөлә. Әлеге ваҡытта янғын сәбәптәре тикшерелә, хаҡһыҙлыҡ арҡаһында кеше ғүмере өҙөлөү сәбәбе буйынса енәйәт эше ҡуҙғатылған .

Яҡынса мәғлүмәттәргә ҡарағанда, Иҫке Ҡандра ауылының үҙәк урамының 26-сы йортонда янғын иртәнге алтыларҙа сыға, күршелә йәшәгән Зөфәр Исхаҡов электр сымдарында уттын бер янып бер һүнеп торғанын күрә, күп тә үтмәй ишек алдында ут ялҡынын күргән. Һул яҡ күршеһе Фәзит Сираев янғын һүндереү хеҙмәтенә шылтырата, янғын һүндереүселәр борсоулы сигнал алыу менән алты минутта тейешле адресҡа килеп етә.

Фәзит Сираев, Иҫке Ҡандра ауылында йәшәүсе: “Тиҙ килделәр. Янғын ике урында сыҡҡан ине. Янғын һүндереүселәрҙең һыуы бөткәс ярҙамға туймазылар килде”.

Ауылдаштары янғында ҡаза күреп, ике балаһын юғалтҡан ғаиләне айыҡ, эшһөйәр тип ҡылыҡһырлай. Йорт хужаһы Рәхимйән Додов төрлө эштәр башҡарған, алтын ҡуллы оҫта, ихлас һәм ярҙамсыл кеше булараҡ танылған .

Иҫке Ҡандра ауылында янғын һүндереүҙә ике бригада ҡатнашҡан, дүрт берәмек техника йәлеп ителгән. Төбәктә янғын осрагынын йышайыуы янгын хәүефһезлеге өсөн яуалы хеҙмәттәргә ҡарата күп һорауҙар тыуҙыра, тимәк төбәктә янгын хәүефһеҙлегенә ҡарата профилактика эше аҡһай.

Автор: Гүзәл Борханова.

Фажиғәле янғын

  • БСТ
БСТ
Новости партнеров
Дополнительные выборы депутатов Государственного Собрания-Курултая Республики Башкортостан шестого созыва
Минземимущество Когда отремонтирую ваш подъезд