Рәсәйҙең төп шыршыһында ҡатнашыусы ҙур делегация Башҡортостандан

Рәсәйҙең төп шыршыһында ҡатнашыусы ҙур делегация Башҡортостандан https://bash.news/news/86953_rsje_tp_shyrshyynda_atnashyusy_ur_delegaciya_bashortostandan
25 дек 2018, 22:07

Уҡыуҙа, йәмәғәт эштәрендә алдынғы 114 бала Мәскәүгә - Кремль шыршына юлланды. Күптәре илдең баш ҡалаһына тәүгә бара. Республика уҡыусыларын "Өфө" Халыҡ-ара аэропортынан БСТ каналы хәбәрсеһе Азат Ғәлиуллин оҙатты.

Руфина Хафизованың бәләкәй концерты. Бик күп музыкаль әҫәрҙәрҙән билдәле композитор Фердинанд Кюхлерҙың ижады уға айырыуса яҡын. Шуға ла композицияны башҡарғанда ул бар күңелен һалырға тырыша. Өс ҡыллы рус музыка ҡоралында башҡарыу айырыуса үҙенсәлекле. Домрала уйнау серҙәрен Руфина биш йыллап өйрәнә. Хәҙер инде үҙ ҡыҙыҡһыныуының оҫтаһы ла. Тиҫтерҙәренә өлгө лә булып тора.

Гүзәл Ниязғолова, Асҡар балалар музыка мәктәбе уҡытыусыһы: “Руфина һәләтле уҡыусы. Төрлө конкурстар лауреаты”.

Руфина сәнғәт донъяһы менән ныҡлап танышыр, төплө өйрәнер өсөн район үҙәгенән 16 саҡрым алыҫлыҡта ятҡан Салауат ауылынан йөрөп уҡый. Ул мәктәпкә тиклем үк сәхнәнән төшмәй. Төрлө кимәлдәге конкурс-фестивалдәрҙә еңеү яулай. Бар уңыштары артында әсәһенең дә өлөшө бик ҙур.

Руфина Хафизова, Кремль шыршыһына барыусы: “Кремльға бейеү алып барам. Башҡортостандың данын һәм рухын күрһәтәсәкмен”.

Кремль шыршыһына быйыл Башҡортостандан 114 бала саҡырылған. Яңы йылдың тылсымлы байрамына йүнәлтмә алыу өсөн барыһына ла ҙур һынауҙар аша үтергә тура килгән.

Һәр йылдағыса йола буйынса ҡурай һынландырылған шарф, республика флагы төҫтәре ҡулланылған баш кейемдәре менән бүләкләнгән. Уҡыусыларҙың Башҡортостандан икәнлеге әллә ҡайҙан күренә.

Автор: Азат Ғәлиуллин.

Рәсәйҙең төп шыршыһында ҡатнашыусы ҙур делегация Башҡортостандан

  • БСТ
БСТ
Новости партнеров
Свадьба наизнанку
Акции и скидки в кинотеатре Синема 5 г. Уфа