Башҡортостанда 2019 йылдың 1 июленә тиклем ғаиләлә тыуған тәүге сабый өсөн 300 мең һум күләмендәге түләүгә ғаризалар ҡабул итеү дауам итә

Башҡортостанда 2019 йылдың 1 июленә тиклем ғаиләлә тыуған тәүге сабый өсөн 300 мең һум күләмендәге түләүгә ғаризалар ҡабул итеү дауам итә https://bash.news/news/86959_bashortostanda_2019_jyldy_1_iyulen_tiklem_aill_tyuan_tge_sabyj_sn_300_me_um_klmendge_tlg_arizalar_abul_ite_dauam_it
26 дек 2018, 09:29

Бер тапҡыр түләнә торған субсидияға яҡынса һигеҙ мең ғаилә ғариза биргән. Әлеге көнгә ике меңдән ашыу таныҡлыҡ тапшырылған. Яҡынса 500 миллион һум күләмендә аҡса үҙләштерелгән.

Башҡортостанда 2019 йылдың 1 июленә тиклем ғаиләлә тыуған тәүге сабый өсөн 300 мең һум күләмендәге түләүгә ғаризалар ҡабул итеү дауам итә
Башҡортостанда 2019 йылдың 1 июленә тиклем ғаиләлә тыуған тәүге сабый өсөн 300 мең һум күләмендәге түләүгә ғаризалар ҡабул итеү дауам итә

Республиканың Төҙөлөш һәм архитектура буйынса дәүләт комитеты рәйесе урынбаҫары Егор Родин билдәләүенсә, уҙған йылда ҡабул ителгән ҡарар шарттары буйынса, киләһе йылдың беренсе июленә тиклем ғаиләләр был мөмкинлек менән ҡуллана ала. Түләүҙәр иһә 2020 йылдың беренсе майына тиклем башҡарыласаҡ.

Ғаиләлә 2017 йылдың 1ғинуарынан алып 2018 йылдың 31 декабренә тиклем арауыҡта тыуған тәүге сабый өсөн субсидия ҡаралған. Бының өсөн теркәү буйынса муниципаль берәмек хакимиәтенә мөрәжәғәт итеү һәм торлаҡ шарттарын яҡшыртыуға можтаждар иҫәбенә сиратҡа тороу мотлаҡ. Артабан тейешле документтарҙы Күп функциялы үҙәккә, йәки республиканың Төҙөлөш һәм архитектура буйынса дәүләт комитетына тапшырырға кәрәк.

Спутник FM
Новости партнеров
Минземимущество
Дневник Международных детских Игр
Акции и скидки в кинотеатре Синема 5 г. Уфа