Өфөлә орфан ауырыуҙарҙан яфаланыусы балалар өсөн шыршы байрамы үтте

Өфөлә орфан ауырыуҙарҙан яфаланыусы балалар өсөн шыршы байрамы үтте https://bash.news/news/86962_fl_orfan_auyryuaran_yafalanyusy_balalar_sn_shyrshy_bajramy_tte
25 дек 2018, 22:37

Сараға утыҙға яҡын бала саҡырылды. Республика район-ҡалаларынан йыйылған малай-ҡыҙҙар өсөн йыр-бейеүгә бай концерт программаһы, төрлө конкурстар ойошторолдо.

Шулай уҡ кескәйҙәр Ҡыш бабай менән Ҡарһылыуҙан бүләктәр ҙә алды. Әйткәндәй, Өфөлә Һирәк шыршы байрамы бишенсегә үтте. Төп идея - һирәк сирле бәләкәй пациенттарҙы бер майҙанға йыйып, уларҙы рухи яҡтан нығытыу, һәләттәрен асыу, йәмғиәткә яраҡлаштырыу.

Зөлфиә Фәйзуллина: “Бындай балаларҙың күбеһе өйҙән бер ҡайҙа ла сыға алмай ултыралар. Ә бындай саралар балалар өсөн ҙур ваҡиға”.

Автор: Гөлназ Хәйбуллина.

Өфөлә орфан ауырыуҙарҙан яфаланыусы балалар өсөн шыршы байрамы үтте

  • БСТ
БСТ
Новости партнеров
Минземимущество