Быйыл Өсөнсө быуын халыҡ университетында 100 меңгә яҡын кеше белемен камиллаштырған

Быйыл Өсөнсө быуын халыҡ университетында 100 меңгә яҡын кеше белемен камиллаштырған https://bash.news/news/86963_byjyl_sns_byuyn_xaly_universitetynda_100_meg_yayn_keshe_belemen_kamillashtyran
25 дек 2018, 22:38

Сит телдәр, компьютер серҙәренә төшөнөүҙән тыш, оло йәштәгеләр "көмөш" ирекмәндәр хәрәкәтенә йәлеп ителә. Йәштәр менән бер рәттән улар төрлө экологик, мәрхәмәтлек акцияларында әүҙем ҡатнаша. Балалар йорттарына йөрөй, кескәйҙәрҙе ҡул эштәре менән һөйөндөрә.

Бөгөн волонтерҙар-остаздар бер майҙанда осрашып, 2018 йылға йомғаҡ яһаны. Төбәктең йәштәр сәйәсәте һәм спорт министрлығы тарафынан Маҡтау ҡағыҙҙары менән бүләкләнде. "Аҡһаҡал" "көмөш" ирекмәндәр үҙәгенең киләсәге өмөтлө - ойошма ағзалары тиҙҙән ике меңгә тиклем етер тип күҙаллана, бөгөн волонтерлыҡ менән ете йөҙгә яҡын пенсионер шөғөллөнә.

Фариза Ҡалмантаева, "Көмөш" ирекмән: “Быйылғы йыл күңелле, матур үтте. Ирекмән булып төрлө райондарҙа булдыҡ, субботниктарҙа ҡатнаштыҡ”.

Автор: Гөлназ Хәйбуллина.

Быйыл Өсөнсө быуын халыҡ университетында 100 меңгә яҡын кеше белемен камиллаштырған

  • БСТ
БСТ
Новости партнеров
Минземимущество