Башҡорт дәүләт опера һәм балет театрында Джузеппе Вердиҙың "Аттила" операһы ҡуйылды

Башҡорт дәүләт опера һәм балет театрында Джузеппе Вердиҙың "Аттила" операһы ҡуйылды https://bash.news/news/86964_bashort_dlt_opera_m_balet_teatrynda_dzhuzeppe_verdiy_attila_operay_ujyldy/?lang=bash
25 дек 2018, 22:40

Сәхнә әҫәре Рим империяһы тарҡалған дәүер ваҡиғаларын сағылдыра. Опера сюжеты бөйөк яулап алыусы, һундар батшаһы Атилла һәм уның әсире, Италия провинцияһы хакимы ҡыҙы Одабелла тирәләй әйләнә.

Варвар Аттилала ҡыҙға ҡарата мөхәббәт хистәре уяна, ә тотҡонлоҡҡа эләккән ҡыҙ Рим империяһына һөжүм иткәне өсөн унан тик үс кенә алырға теләй. Итальян либреттоһы немец драматургы Захариас Вернерҙың пьесаһы нигеҙендә яҙылған.

Әйткәндәй, Вердиҙың тап ошо операһы менән "La Scala" милан театрында театр миҙгеле асылғайны. Төп партияны донъяның иң яҡшы басы, ике тапҡыр "Грэмми" премияһы лауреаты, Башҡортостандың халыҡ артисы Илдар Абдразаҡов башҡарҙы.

Артур Ҡәйепҡолов, Башҡортостандың атҡаҙанған артисы: “Илдар Абдразаҡовтың иң уңышлы партияларының береһе. Үҙен режиссер сифатында был операны ҡуясаҡ. Әлеге ваҡытта уның концерт вариантын башҡарҙыҡ".

Автор: Гөлназ Хәйбуллина.

Башҡорт дәүләт опера һәм балет театрында Джузеппе Вердиҙың

  • БСТ
БСТ
Новости партнеров
Афиши территория роста