Юлдаш plus йәштәр интернет-радиоһы йыл дауамында барған хит-парад рубрикаһына йомғаҡ яһаны

Юлдаш plus йәштәр интернет-радиоһы йыл дауамында барған хит-парад рубрикаһына йомғаҡ яһаны https://bash.news/news/86965_yuldash_plus_jshtr_internetradioy_jyl_dauamynda_baran_xitparad_rubrikayna_joma_yaany
25 дек 2018, 22:40

Концерт-дискотека "Өфө уттары"ның "Колизео" клубында уҙғарылды. Сарала башҡорт эстрадаһының йәш, сағыу йондоҙҙары сығыш яһаны. Уларға статуэтка һәм махсус дипломдар тапшырылды.

Тамашасылар бигерәк тә Таһир Әсәҙуллин, Илнур Рамаҙанов, “Бәхетле” төркөмө, Лиана Хәбибуллина, Сабина Кучаева, Ләйсән Ғәлимова, Ғайсар Миңдеғолов, Рәлим Заманов, Динислам Сафин, Илгизәр Мөхәмәтйәнов, Гәлсәр Байғусҡарованың сығыштарын йылы ҡабул итте.

Дискотекала ҡыҙыҡлы уйындар уйнатылды, бүләктәр таратылды. Әйтергә кәрәк, "Юлдаш" плюс йәштәр интернет-радиоһына киләһе йылдың 1 сентябрендә 5 йәш тула. Радио алып барыусылары киләсәктә лә йәштәр өсөн матур тамашаларҙы даими ойошторорға вәғәҙәләй.

Юлдаш plus йәштәр интернет-радиоһы йыл дауамында барған хит-парад рубрикаһына йомғаҡ яһаны

  • БСТ
БСТ
Новости партнеров
Свадьба наизнанку
Дневник Международных детских Игр
Банер уфимская волна