Салауат ҡала бала табыу йортонда эшләгән ҡырҡҡа яҡын хеҙмәткәр эш урындарын бушатҡан

Салауат ҡала бала табыу йортонда эшләгән ҡырҡҡа яҡын хеҙмәткәр эш урындарын бушатҡан https://bash.news/news/86973_salauat_ala_bala_tabyu_jortonda_eshlgn_yra_yayn_xemtkr_esh_uryndaryn_bushatan
25 дек 2018, 23:25

Был хәлде улар түбән эш хаҡы һәм башҡа мөмкинлектәр булмауы менән аңлата. Шуға ла күп пациенттар түләүле тикшереүҙәр үтеп, мәжбүри рәүештә күрше ҡалаға мөрәжәғәт итә.

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, былтыр медицина учреждениеһы шәхси партнерлыҡ системаһына күсерелгәйне. Пилот проекты уҙған быуаттың 60-сы йылдарында асылған бала табыу йортона күләмле ремонт эштәре башҡарыу, заманса медицина ҡорамалдары һатып алыуҙы маҡсат итеп ҡуйғайны. Инвестор был хеҙмәттәрҙе күрһәтергә үҙе теләк белдергән. Әлеге системаға күсереү- күсермәү һорауы төбәктең һаулыҡ һаҡлау министрлығында ҡаралған. Проект яҡлау табып, концессия хаҡында килешеүгә ҡул ҡуйыла. Әммә хеҙмәткәрҙәр проекттың кире эҙемтәләрен күреп, төрлө инстанцияларға мөрәжәғәт итә.

Бөтә Рәсәй халыҡ фронты ағзалары ла киҫкен хәлде етди күҙәтеү аҫтына алған. Түңәрәк өҫтәлдә бөгөн хеҙмәткәрҙәр үҙ фекерҙәрен белдерҙе. Эшсе төркөм мәсьәләнән сығыу юлдарын ҡараны.

Эльвира Айытҡолова, Бөтә Рәсәй халыҡ фронты төбәк штабы рәйестәше, Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтай рәйесе урынбаҫары: “Шулай уҡ һаулыҡ һаҡлау министрлығы ла был мәсьәләне күҙәтеү аҫтына алды. Бөгөн әйтелгән хәбәрҙәрҙе тикшереп, беҙ февралдә тағы ла йыйылырға тип һөйләштек. Ни булһа ла беҙ табиптарҙы яңғыҙын ҡалдырмаясаҡбыҙ”.

Автор: Фәниә Юланова.

Салауат ҡала бала табыу йортонда эшләгән ҡырҡҡа яҡын хеҙмәткәр эш урындарын бушатҡан

  • БСТ
БСТ
Новости партнеров
Минземимущество
Акции и скидки в кинотеатре Синема 5 г. Уфа