Мөмкинлектәре сикләнгән балаларға битараф мөнәсәбәт күрһәткән район башлыҡтарына һорау ҡаты буласаҡ

Мөмкинлектәре сикләнгән балаларға битараф мөнәсәбәт күрһәткән район башлыҡтарына һорау ҡаты буласаҡ https://bash.news/news/86977_mmkinlektre_siklngn_balalara_bitaraf_mnsbt_krtkn_rajon_bashlytaryna_orau_aty_bulasa
25 дек 2018, 23:30

Башҡортостан етәксеһе социаль селтәрҙәрҙә ошондай мөрәжәғәт менән сығыш яһаны. Радий Хәбиров бөгөн инвалид бала тәрбиәләүсе ҡатындың үпкә хатын баҫтырҙы. Унда әсә кеше физик кәмселеге булған балаларҙы сараға билдә өсөн генә саҡырҙылар.

Хакимиәт башлығы үҙен ярты сәғәт көттөргән. Сәхнәгә сығыу менән ул райондың социаль хәле менән таныштырған. Кескәйҙәр байрамында бындай мәғлүмәт ни өсөн кәрәк? Артабан шыршы кисәһендә этеш-төртөш башланған, бер ниндәй байрам кәйефе лә ҡалмаған. Тәмлекәстәр тураһында әйтке лә килмәй. Күҙ йәштәре аша көлкө, тип мөрәжәғәт иткән инвалид бала тәрбиәләүсе әсә.

Радий Хәбиров урындағы етәкселәрҙе был юлдарҙы иғтибар менән уҡып сығырға саҡырған. Бындай ҡараш өсөн үҙемдән башлап "ҡыҙыу тимер" менән яндырасаҡмын, тигән ул. Мин айырым хәстәр талап иткән балаларға айырыуса мөнәсәбәт булдырыуҙы һораным. Кескәйҙәр ярты сәғәт етәксене көткән, уның был ваҡытта тағы ла мөһимерәк ниндәй эше булыуы миңә ҡыҙыҡ. Дәлилдәрҙе тикшерҙем һәм улар дөрөҫлөккә тап килде. Райондың исемен телгә алмай торам. Тағы ла шундай хәл ҡабатланған осраҡта, бындай етәксе яңы эш эҙләйәсәк. Балалар һәм ата-әсәләр алдында ғәфү үтенәм, тип яҙған Радий Хәбиров.

Мөмкинлектәре сикләнгән балаларға битараф мөнәсәбәт күрһәткән район башлыҡтарына һорау ҡаты буласаҡ

  • БСТ
БСТ
Новости партнеров
Курай даны
Минземимущество