Башҡортостанда законһыҙ рәүештә утын һатыу осрағы теркәлә

Башҡортостанда законһыҙ рәүештә утын һатыу осрағы теркәлә https://bash.news/news/86978_bashortostanda_zakony_resht_utyn_atyu_osray_terkl
26 дек 2018, 12:00

Бөрөлә полиция хеҙмәткәрҙәре законһыҙ рәүештә утын һатыу осрағын асыҡлай. Биш ир үҙ диләнкәләрен ҡуллана. Дәүләт теркәүе үтмәйенсә, улар ағас менән сауҙа итә.

Башҡортостанда законһыҙ рәүештә утын һатыу осрағы теркәлә
Башҡортостанда законһыҙ рәүештә утын һатыу осрағы теркәлә

Улар урындағы урмансылыҡта бүленгән тейешле биләмәләрен эшкәртә. Ғәйепләнеүселәр йүкә һәм ҡарағай ағастарын йыға. Унан һуң, ирҙәр ағастарҙы утын итеп ҡырҡа һәм һатыуға сығара.

Ғәйепләнеүселәргә ҡарата протоколдар төҙөлә. Уларҙы яза көтә.

Фото: Интернет

Спутник FM
Новости партнеров