Ҡалғанға ҡар яумаған

Ҡалғанға ҡар яумаған https://bash.news/news/87047_alana_ar_yaumaan
26 дек 2018, 23:09

Республика етәксеһе Радий Хәбиров республикада дөйөм ҡулланыштағы файҙалы ҡаҙылмаларҙы ҡулланыу өлкәһендә тәртип урынлаштырыуға ҡағылышлы ҡарарына ай ярым самаһы ваҡыт үтте. Был ваҡыт эсендә рейдттар, тикшереүҙәр ойошторолдо. Әле карьерҙарҙа эш туҡтап ҡалған. Хәйер, был таш ҡаҙыу миҙгеле тамамланыуы менән дә бәйле.

Асы шифаханаһынан яҡынса 800 метр арала йәнә бер карьер. Майҙаны 4 гектар самаһы. Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығы Белорет район комитеты мәғлүмәттәре буйынса бында рәсми рәүештә Әбйәлил районында теркәлгән "Старатель" йәмғиәте таш ҡаҙыу менән шөғөлләнгән. Уларҙың лицензияһы быйыл март айында уҡ ғәмәлдән сығарылған. Әммә техника эҙәренә ҡарағанда бында кәмендә ҡаҙылған ташты сығарыу эше алып барыла тип әйтергә мөмкин.

Карьер Инйәр урмансылығының 46 сы кварталында урынлашҡан. Күренеүенсә, лицензия мөҙҙәте тамамлауныуға ҡарамаҫтан бында миҙгел дауамында эштәр алып барылған. Был хаҡта сығарылған таш өйөмдәре һөйләй. Эшселәр ҙә яңыраҡ бында усаҡ яҡҡан. Таш ҡаҙыуға рөхсәт ваҡыты тамамланғандан һуң ер аҫты байлыҡтары менән файҙаланыусылар ерҙе тәртипкә килтерергә тейеш. Әммә был эштәр башҡарылмаған. Вәхшиҙәрсә таш ҡаҙыу һәм тәбиғәтте тәләфләү һөҙөмтәһен хатта яуған ҡарҙа йәшерә алмаған. Асы ауылын реакрация биләмәһе булыуын иҫәпкә алғанда шифаханаға терәлеп торған ерҙә карьерға лицензия бүлеү ҙә ҙур һорау тыуҙыра.

Таш карьерҙары төбәктең Исҡушты һәм Мулдаҡай ауылдары янында ла бар. Урындағы йәмәғәтселек вәкиле Мәжит Талипов менән уларҙың береһенә үтәбеҙ. Яуған ҡар кеше эҙҙәрен йәшергән. Карьер хаҡында йәйге осорҙа табылған таш өйөмдәре генә хәтерләтә. Мәжит Талипов әйтеүенсә, Мулдаҡай тирәһендәге карьерҙарҙа эш ай ярым самаһы элек туҡталып ҡалған.

Мәжит Талипов, Мулдаҡай ауылында йәшәүсе: “Карьерҙарҙа эш Радий Хәбировтың ҡарарынан һуң туҡталды, техниканы сығарҙылар”.

Мулдаҡай ауылы эргәһендә йәйҙән әҙерләнгән таш өйөмдәренә юлыҡтыҡ. Улар ҙа ҡалынлығына ҡарап поддондарға бүленеп һалынған. Һатып алыусыға оҙатыу уңайлыраҡ булһын өсөн юл ситенә сығарып ҡуйылған. Ҡарҙа ҡеүәтле техника эҙе лә бар. Урындағы халыҡ әйтеүенсә, таш, оло юлға сыҡмайынса тау аша Силәбе өлкәһе Ҡатау-Ивановск ҡалаһына оҙатыла. Тура юлдан ни бары 50 саҡырым, өҫтәүенә урман араһында ауырлыҡ контроле йәки юл хәрәкәте хәүефһеҙлеге дәүләт инспекцияһы хеҙмәткәрҙәренә юлығыу хәүефе лә юҡ. Ауыр йөк тейәгән ҙур машиналар урындағы әһәмиәттәге юлдарҙы онтай.

Мулдаҡай, Исҡушты, Бреш ауылдарын ҙур донъя менән тоташтырып торған юлға ике меңенсе йылдар башында ҡырсын таш түшәлгән, әлегә тимклем унда ремонт үткәрелгәне булмаған. Урындағы халыҡ мәсьәләне хәл итеүҙе үтенеп республика етәксеһенә мөрәжәғәт әҙерләгән.

Мәжит Талипов, Мулдаҡай ауылында йәшәүсе: “Инцендентҡа хат яҙҙыҡ, халыҡтан ҡултамға йыйып. Юл кәрәк”.

Ай ярым элек Радий Хәбиров дөйөм тәғәйенләнештәге ҡаҙылма байлыҡтарҙы сығарыу өлкәһендә тәртип урынлаштырыу талабын ҡуйғас та был өлкәне күҙәтеүсе дәүләт органдары төрлө тикшереү үткәргән,тәртип һаҡлау хеҙмәткәрҙәре менән берлектә рейдттарға сыҡҡан. Был маҡсатта квадракоптерҙар ҡулланылған. Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығының Белорет районы комитетынан хәбәр итеүҙәренсә һуңғы ике ай эсендә генә 13 лицензия ғәмәлдән сығарылған.

Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығының Белорет район комитеты етәксеһе Альберт Ибраһимов әйтеүенсә, ҡыш карьерҙар өсөн ял миҙгеле. Боҙ булып туңған ерҙән таш ҡатламын ҡумтарып алыу мөмкин түгел. Шуға ла әле карьерҙар буш тора. Тармаҡта тәртип урынлаштырыу өсөн яҡшы мөмкинлек. Белорет районы хакимиәтендә Яңы йылдың тәүге көндәрендә таш ҡаҙыу менән шөғөлләнеүселәрҙе йыйып эшлекле осрашыу үткәреү ниәте бар.

Таш сығарыуҙы тәртипкә һалыу өлкәһендә тәүге көндәрҙә дәррәү генә башланып киткән һуңғы осорҙа һүнеп тора. Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығы вәкилдәре был күренеште ҡыш етеү сәбәпле карьерҙарҙа эш туҡтатылып тороу менән бәйләй. Мәсьәләне хәл итеү буйынса аныҡ аҙымдар ҙа юҡ. Шуға ла Радий Хәбиров хөкүмәттәң һуңғы ултырышында Башҡортостандың Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министры докладын тәнҡитләне.

Ай ярым элек Радий Хәбиров Белорет һәм Баймаҡ райондарында законһыҙ таш сығарыуҙы сикләү генә түгел, был өлкәлә яңыса эшләү юлдарын табырға ҡушҡайны. Ҡаҙылма байлыҡтар республикаға тимәк, урындағы халыҡҡа файҙа килтерергә тейеш. Ҡайһы бер иҫәпләүҙәр буйынса миллиард һумдар менән баһаланған табыш әлегә ситкә китә. Урал хазинаһын һөҙөмтәле итеп файҙаланыу өсөн төбәктә яңы предприятие ойоштороу тәҡдиме лә бар. Әлегә мәсьәлә асыҡ ҡала, тармаҡ министры вазифаһын башҡарыусыға февралгә тиклем ваҡыт бирелде.

Автор: Рафиҡ Әхмәтшин.

Ҡалғанға ҡар яумаған

  • БСТ
БСТ
Новости партнеров
Курай даны
Когда отремонтирую ваш подъезд