Йорт төҙөлөшөндә өлөшләтә ҡаташыусылар бәхет асҡыстары алдылар

Йорт төҙөлөшөндә өлөшләтә ҡаташыусылар бәхет асҡыстары алдылар https://bash.news/news/87048_jort_tlshnd_lshlt_atashyusylar_bxet_asystary_aldylar

Өфө районы Яңы Булгаков торлаҡ комплексы төҙөлөшөндә өлөшләтә ҡатнашып алданыусыларға фатир асҡыстары тапшырылды. Яңы торлаҡ алыусыларҙың шатлығын беҙҙең ижади төркөм дә уртаҡлашты.

Фатир асҡыстарын ҡулына алған хужабикәнең кәйефе күтәренке, аҙымдары еңел. Өсөнсө ҡаттағы бер бүлмәле торлағына ҡыуанып бөтә алмай. Яңы фатирына ремонт эшләгәндән һуң ғына бында күсеп килергә ниәтләнә. Әлегә йортто газ һәм һыу селтәрҙәренә тоташтыраһы бар.

Лилиә Мөхөтдинова Күмертауҙа эш булмау арҡаһында башҡалаға күсеп килгән. Әлеге ваҡытта дөйөм ятаҡта көн итә. Өс бүлмәле фатирын һатып Яңы Булгаков торлаҡ комплексынан бер бүлмәле фатир һатып алған. Яңы торлағына күсеүҙе оҙаҡ көтөргә тура килгән.

Лилиә Мөхөтдинова, өлөшләтә торлаҡ төҙөлөшөндә ҡатнашыусы: “4 йыл элек ошо фатирға ғына аҡсам етте. Сөнки Күмертауҙа фатирҙар күпкә осһоҙораҡ”.

Республика етәксеһе Радий Хәбиров алданған иғәнәселәр проблемаһын төҙөлөш сәғәттәрендә тикшереп һәр яуаплы ойошма алдында аныҡ маҡсаттар ҡуйҙы. Өфө ҡалаһы һәм районында төҙөлөш эштәре бермә-бер йәнләнде. Һөҙөмтәләр ҙә күҙгә күренеп тора.

Артем Ковшов, Башҡортостандың төҙөлөш һәм архитектура буйынса дәүләт комитеты рәйесе урынбаҫары: “Оҙаҡҡа һуҙылған был төҙөлөштәге бөгөнгө тантана Өфө районы хакимиәте, төҙөлөш күҙәтеүе, подрядсы ойошманың берлектәге эш һөҙөмтәһе. подрядсы ойошма вәғәҙә иткән ваҡыттҡа йортто файҙаланыуға тапшырҙы”.

Вилориий Угаров, Өфө районы хакимиәте башлығы: “Финанс һәм иҡтисади ауырлыҡтар арҡаһында был торлаҡ комплексындағы егерме йорт киләһе йылда төҙөлөп бөтөп файҙаланыуға тапшырыласаҡ. Ә бөгөн фатир асҡыстарын алыусы ватандаштарға яңы нигеҙҙә бәхетле ғүмер итеүҙәрен теләйем”.

Яңы Булгаков торлаҡ комплесынан фатир асҡыстарын алыусыларға идарасы компания менән килешеү төҙөргә, һыу һәм газ тәьминәте өсөн махсус иҫәп асыуҙы тиҙләтергә генә ҡала.

Яңы йыл алдынан Яңы Булгаков торлаҡ комплексында фатир һатып алыусылар 4 йортта өй туйлаясаҡ. Бөгөн 108 кешегә фатир асҡыстары тапшырылды. Улар был шатлыҡлы көндә дүрт йыл дауамында көткән.

Автор: Гүзәл Борханова.

Йорт төҙөлөшөндә өлөшләтә ҡаташыусылар бәхет асҡыстары алдылар

  • БСТ
БСТ
Новости партнеров
Свадьба наизнанку
Когда отремонтирую ваш подъезд