Йәш архитекторҙар мәктәбе

Йәш архитекторҙар мәктәбе https://bash.news/news/87049_jsh_arxitektorar_mktbe
26 дек 2018, 23:13

Өфө дәүләт нефть техник универистеты ойошторолоуға етмеш йыл тулыу уңайынан етмеш яңы объект төҙөлә. Бөгөн уларҙың береһе — йәш архитекторҙар мәктәбе үҙ эшен башланы. Юғары уҡыу йортоноң архитектура һәм төҙөлөш институты белгестәре мәктәп уҡыусыларына махсус курстар ойоштороп, техник һөнәрҙәргә һөйөү тәрбиәләй.

Дәрестәр ирекле форматта үтә, балаларға төрлө йүнәлештә ижад итеү өсөн мөмкинлектәр бирелә. Педагогтар курс тыңлаусыларын һыҙымдар эшләргә, ҡатырға, ҡағыҙ, пластилиндан күләмле фигуралар әҙерләргә өйрәтә.

Тимур Рамаҙанов, Өфө дәүләт нефть техник университетының архитектура һәм төҙөлөш институты директоры урынбаҫары: “Бында 60 бала уҡый. Ижад итәләр. Уларға ҙур өмөт бағлайбыҙ”.

Шулай уҡ юғары уҡыу йортонда төҙөлөш өлкәһендә юғары квалификациялы белгестәр әҙерләү маҡсатында яңы уҡытыу үҙәге асылды. Студенттар практик дәрестәрҙә эшсе һөнәр оҫталығына өйрәнәсәк.

Автор: Гөлназ Хәйбуллина.

Йәш архитекторҙар мәктәбе

  • БСТ
БСТ
Новости партнеров
GAUGA