Константин Толкачев Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтай бинаһына бүләктәр менән инеүҙе тыйған

Константин Толкачев Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтай бинаһына бүләктәр менән инеүҙе тыйған https://bash.news/news/87050_konstantin_tolkachev_dlt_jyjylyshy_oroltaj_binayna_blktr_menn_inee_tyjan
26 дек 2018, 23:14

Үҙенең Фейсбуктағы битендә парламент спикеры, "Рәсәй Федерацияһында дәүләт гражданлыҡ хеҙмәте тураһындағы" законға ярашлы, вазифа биләүгә бәйле бүләктәр ҡабул итеү тыйылыуы хаҡында иҫкәртә. Ҡул ҡуйылған күрһәтмәгә ярашлы, закон сығарыусылар бинаһына пакеттар, тартмалар һәм кәрзиндәр менән уҙыу тыйыла.

"Депутаттар һәм секретариат хеҙмәткәрҙәре тулыһынса календарҙар, блокноттар һәм башҡа канцелярия кәрәк-яраҡтары менән тәьмин ителгән. Бүләктәрҙе балалар алһын. Үҙегеҙҙе лә, беҙҙе лә уңайһыҙ хәлгә ҡуймағыҙ", тип белдергән парламент етәксеһе.

Ошондай уҡ күрһәтмәләр башҡа министрлыҡтар һәм учреждениеларҙа ла барлыҡҡа килә. Мәҫәлән, респуюбликаның Ауыл хужалығы министрлығында ла эскә бүләктәр менән үтеү тыйылыу тураһында иғлан эленгән.

Автор: Гөлдәриә Йосопова.

Константин Толкачев Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтай бинаһына бүләктәр менән инеүҙе тыйған

  • БСТ
БСТ
Новости партнеров
GAUGA