Канализация-насос стацияларында хәүефһеҙлек саралары арттырыла

Канализация-насос стацияларында хәүефһеҙлек саралары арттырыла https://bash.news/news/87052_kanalizaciyanasos_staciyalarynda_xefelek_saralary_arttyryla
26 дек 2018, 23:20

Сөнки һуңғы йылдарҙа тап ҡоҙоҡтарға төшөп һәләк булған кешеләр һаны күбәйә. Был турала бөгөн Башҡортостан Хөкүмәтендә хеҙмәтте һаҡлау буйынса ведомство-ара комиссия ултырышында белдерелде.

Ултырышта белдерелеүенсә, бәлә-ҡазаға тарымау өсөн тәү хәүефһеҙлек ҡағиҙәләренә иғтибарҙы арттырыу мөһим, бында тәү сиратта елләтеү системаһын камиилаштырыу талап ителә. Сөнки кешеләр күп осраҡта канализация-насос станцияларындағы еҫтән ағыуланып һәләк була.

Ултырышта төҙөлөш предприятиеларында йәрәхәт алыу менән бәйле һорау ҙа ҡаралды. Йәғни эш урында һаулыҡҡа Зыян килтерелгән өсөн штраф күләме арта, ойошмаларға хәүефһеҙлек талаптары үтәү осһоҙораҡ төшәсәк. Рәсәй социаль страховкалау фондының Башҡортостан буйынса төбәк бүлексәһе етәксеһе Марат латипов әйтеүенсә, республикала эш урынында зыян күреү осраҡтары кәмей, ә бына иғәнәләр күләме арта.

Марат Латипов, Рәсәй социаль страховкалау фондының Башҡортостан буйынса төбәк бүлексәһе етәксеһе: “Был эшкә ҡаралған аҡса күләме арта. 2019 йылға 400 миллиондан артыҡ аҡса бүленәсәк”.

Бөгөн шулай уҡ социаль-хеҙмәт мөнәсәбәттәре буйынса өс яҡлы комиссияның ултырышы ла үтте. Унда һүҙ власть органдары, эш биреүселәр һәм профсоюздарың бәйлнешен нығытыу, хеҙмәт хаҡын ваҡытында түләү, формаль булмаған мәшғүллекте кәметеү юлдары хаҡында барҙы. Комиссия ултырышында социаль партнерлыҡ системаһын үҫтереүҙә уңышлы эшләгән учреждениелар һәм хеҙмәткәрҙәр билдәләп үтелде.

Лариса Нәбиуллина, Бөрө психоневрология интернатының профсоюз ойошмаһы етәксеһе: “171 кешебеҙ профсоюзда. Шуның 150-һе ҡатын-ҡыҙҙар. Йыл һайын балалар ялдарын ойошторабыҙ. Үҙебеҙҙең учреждениела клуб эшләй”.

Автор: Рәмзиә Кәримова.

Канализация-насос стацияларында хәүефһеҙлек саралары арттырыла

  • БСТ
БСТ
Новости партнеров
Минземимущество
Банер уфимская волна